Ғаилә (биология)
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Ғаилә (лат. familia) - биологияла: тәртиптән түбәнерәк һәм триба менән ырыуҙан бейегерәк таксон. Зоологияла ғаиләләр исемдәре латин телендә -idae киҫәксәһе менән яһала: Cervus - болан, Cervidae - болан һымаҡтар. Ботаникала ғаиләләр исемдәре -aceae киҫәксәһе менән яһала: Rosa - гөлйемеш, роза, Rosaceae - роза сәскәлеләр. Шулай уҡ аҫ ғаилә һәм өҫ ғаилә төркөмдәре ҡулланыла.
Ғаилә Пьер Маньоль тарафынан индерелгән.