Ырыу (биология)
Ырыу (лат. genus) - биологияла: ғаиләнән һәм трибанан түбәнерәк, төрҙән биегерәк таксон. Бинар нуменкулатурала хайуандың иҫемендә беренсе урында тора, ҙур хәрефтән яҙыла: Cervus eldii - болан-лира. Ырыуҙар иҫемдәрендә омонимия рөхсәт итенмәй.
Ырыу Линней классификацияһында бар.
Күплеге буйынса ырыуҙар 3 төркөмгә бүленә:
- политип ырыу - күп төрҙәр инһә;
- олиготип ырыу - аҙ төрҙәр инһә;
- монохет ырыу - бер төр инһә.
Гибрид ырыу - ике һәм күберәк ырыуҙан яһаған гибридтарҙың ырыуҙары. × тамғаһы менән белдерелә. Ҡыҫҡартылған һәм бер-береһенә ҡушҡан ырыуҙар иҫемдәренән (×Amarine [= Amaryllis × Nerine]) йәки фамилияларҙан, фамилияға -ara ҡушымсаһы ҡушыуынан (×Vuylstekeara [= Cochlioda × Miltonia × Odontoglossum], Charles Vuylstekе менән теркәләнгән) яһала.
Сығанаҡтар [үҙгәртергә]
| Таксономик ранг |
|
Домен (Батшалыҡ өҫтө) — Батшалыҡ — Ярым батшалыҡ — Тип өҫтө/Бүлек өҫтө — Тип/Бүлек — Ярым тип/Ярым бүлек — Класс өҫтө — Класс — Ярым класс — Инфракласс — Отряд өҫтө/Тәртип өҫтө — Отряд/Тәртип — Ярым отряд/Ярым тәртип — Инфраотряд — Ғаилә өҫтө — Ғаилә — Ярым ғаилә — Триба өҫтө — Триба — Ярым триба — Ырыу — Бүлек — Ярым бүлек — Ярым ырыу — Секция өҫтө — Секция — Ярым секция — Рәт — Ярым рәт — Төр — Ярым төр — Вариетет/Төрлөлөк — Ярым төрлөлөк — Форма — Ярым форма |
| Таксономия — Биноминаль номенклатура |