Домен (биология)
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Биологик таксономияла домен тип (ә ҡайһы берҙә супербатшалыҡ, империя) – организмдарҙың иң юғарғы таксономик рангты атайҙар, Батшалыҡтан да юғарыраҡ. Карл Вёзеның (Carl Woese) домен системаһы шәжәрәһенә ярашлы (1990 йылдағы), тереклек шәжәрәһе өс өлөштән тора: Архейҙар, Бактериялар һәм Эукариоттар[1]. Таскондарҙың урынлашыуы, геномдарҙың бер-береһенән фундаменталь рәүештә айрылып тороуын күрһәтә.
Тереклекте икенсе төр классификациялау төрҙәре лә бар:
- Ике империянан торған система йәки супердомен системаһы, уҙ әсенә Прокарит һәм Эукариот группалрын ала.
- Алты батшалыҡ системаһы уҙ әсенә Эубактерияларҙы (Eubacteria), Археобактерияларҙы (Archaebacteria), Пропистарҙы (Protista), Бәшмәктәрҙе (Fungi), Үҫемлектәрҙе (Plantae) һәм Хайуандарҙы (Animalia) индерә.
- Өс империялы система - Эубактериялар (Eubacteria), Археобактериялар (Archaebacteria), Эукариоттар – Эукариоттар эсенә ингән биш супергруппа менән [2].
Был өс системаның береһе лә күҙәнәкһеҙ тереклекте индермәй (мәҫәлән, Вирустарҙы).
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- ↑ Woese C, Kandler O, Wheelis M (1990). "Towards a natural system of organisms: proposal for the domains Archaea, Bacteria, and Eucarya.". Proc Natl Acad Sci USA 87 (12): 4576–9. Ҡалып:Citation/identifier. Ҡалып:Citation/identifier. Ҡалып:Citation/identifier. http://www.pnas.org/cgi/reprint/87/12/4576. Retrieved 11 February 2010.
- ↑ Holt, Jack R. and Carlos A. Iudica, 2010, Taxa of Life..