Гусев Андрей Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андрей Дмитриевич Гусев
Файл:Гусев Андрей Дмитриевич.gif
Тыуған көнө

1886({{padleft:1886|4|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Ҡазан

Вафат көнө

1952({{padleft:1952|4|0}})

Вафат урыны

РСФСР, Татар АССР-ы,Ҡазан

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

Суд медицинаһы

Эшләгән урыны

Ҡазан Император университеты Казанский государственный медицинский институт

Альма-матер

Ҡазан Император университеты

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

суд-медицина эксперты

Гусев Андрей Дмитриевич (1886 йыл — 13 июль 1952 йыл) — совет табибы, суд-медицина эксперты, медицина фәндәре докторы (1926), профессор (1923)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1886 йылда Ҡазанда тыуған.

1912 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Сембер губернаһының Ҡормош өйәҙе земствоһында земство табибы вазифаһында эшләй башлай, бер үк ваҡытта идаралыҡта табип советы сәркәтибе вазифаһын да башҡара[1].

Беренсе донъя һуғышы йылдарында Ҡазанда хәрби частарҙа хеҙмәт итә. Граждандар һуғышы башланыу менән, был ҡаланың госпиталдәрендә хәрби табип була. Эпидемиялар менән көрәштә әүҙем ҡатнаша.

Ҡыҙыл Армиянан демобилизацияланғандан һуң 1921 йылда Ҡазан университетының суд медицинаһы кафедраһында эшләй башлай, уны профессор Василий Неболюбов етәкләй. Тәүҙә прозектор ярҙамсыһы, ә һуңынан прозектор була.

1923 йылда Гусев суд медицинаһы кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә. 1926 йылда Ҡазан университеты советы уға медицина докторы һәм приват-доцент дәрәжәһен бирә. Шул уҡ йылда ҡанға һынауҙы сағыштырма анализлау темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1928 йылда профессор итеп һайлана. 1926 йылда Татар АССР-ының баш суд-медицина эксперты итеп тәғәйенләнә, 1946 йылға тиклем ошо вазифала эшләй.

Гусев Андрей асфиксиянан үлеүҙе диагностикалау буйынса белгес була. Профессор Н. В. Попов төҙәткән суд медицинаһы буйынса дәреслек өсөн «Асфиксия» бүлегендә ике бүлек яҙа (1938 йылда нәшер ителә)[1].

Юғары уҡыу йортоноң суд медицинаһы кафедраһы ҡан өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Гусев Манойловтың реакцияһы буйынса тәнҡит рәүешендәге мәҡәлә баҫтырып сығара, унда автор был реакцияның суд-медицина маҡсатында ҡулланыуға яраҡлы булыуына шик белдерә.

"Табип эштәре"нә, табиптарҙы суд яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә. Эксперттар сифатында Ҡазан университетының медицина факультеты ғалимдары — хирургтар В. Л. Боголюбов һәм П. М. Красин, акушерҙар В. С. Груздев һәм А. И. Тимофеев, педиатр Е. М. Лепский һәм башҡалар йәлеп ителә[1].

1926 йылда РСФСР суд-медицина эксперттарының беренсе съезы һәм Волга буйы табиптары съездары эшендә ҡатнаша.

1930 йылда Әстерханда үткән Волга буйы табиптарының өсөнсө съезында «Табиптың суд яуаплылығы тураһында» доклады менән сығыш яһай. Унда табип бурысы мәсьәләләре яҡтыртыла.

Ҡазан дәүләт медицина институтында уҡыта, унда суд медицинаһы кафедраһы мөдире, бында суд медицинаһы кафедраһы, ғүмеренең аҙағына тиклем уның етәксеһе була.

Суд-медицина тикшеренеүҙәре, матди дәлилдәр, алынған һөҙөмтәләрҙе суд-медицина практикаһына индереү буйынса ғилми хеҙмәттәр яҙа[2].

1952 йылдың 13 июлендә Ҡазанда вафат була.

Исмен мәңгеләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡазан, Яңы Горшечная урамы, 30-сы һанлы йорт[3]

Библиографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Суд медицинаһы нигеҙе. Ҡазан, 1938[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Гусев Андрей Дмитриевич
  2. 2,0 2,1 Гусев Андрей Дмитриевич
  3. Научные работники Казани: справочник. — Казань: «Красный печатник», 1927. — 23 с. — 1000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]