Даллапорте йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Даллапорте йорто (Таганрог)
Даллапорте йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Итальян тыҡрығы, 9
Төҙөүсе А. И. Егоров
Төҙөлгән ваҡыты XIX быуаттың икенсе яртыһы
Бөгөнгө хәле ҡәнәғәтләнерлек

Даллопорте йорто — Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән ике ҡатлы йорт. Адресы : Итальян тыҡрығы, 9.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуаттың икенсе яртыһында Итальян тыҡрығында Дон Ғәскәре өлкәһе алпауыты майор А. И. Егоров аҡсаһына төҙөлгән 9-сы һанлы йорт. Һуңыраҡ йорттоң яңы хужаһы ионик подданныйы 1-се гильдия сауҙагәре Иван Павлович Даллапортеның ҡатыны Екатерина Егоровна үтенесе буйынса йорттоң аш-һыу бүлмәһе торған флигель өҫтөнә икенсе ҡат төҙөйҙәр.

Даллопорте ғаиләһендә 1834 йылда тулдары Панаги тыуған. Иван Павлович үҙе 1870 йылдың ноябрендә етмеш йәшендә ҡаты ауырыуҙан вафат була.

ХХ быуат башында Даллапорте вариҫтары үҙ йортон Таганрог ҡалаһының тыумыштан маҡтаулы гражданы Минай Егорович Синоди-Поповҡа һәм Константин Николаевичтың ҡатыны — Елена Семеновна Авьерино ғаиләләренә һата. 1921 йылдың майында Елена Семеновна 78 йәшендә инфаркттан вафат була. Шул ваҡытта йорттоң хаҡы 26 мең һум тора.

Совет власы ваҡытында бина милли объектҡа үҙгәртелгән. Хәҙерге ваҡытта бында матурлыҡ салоны һәм көнкүреш химия магазины урынлашҡан. Икенсе ҡатта торлаҡ фатирҙар.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ҡатлы кирпичное йорт буйынса Итальян тыҡрығындағы 9-сы һанлы ике ҡатлы кирбес йорт асимметриялы, бинаның алғы яғының икенсе ҡатында 5 тәҙрә, беренсе ҡатында- алты тәҙрә. Йорт Петров урамы ауышлығында төҙөлгән. Йорттоң ярым подвалы үҙәк өлөшөндә бер нисә тәҙрәле. Өҫкө ҡаттың өс үҙәк тәҙрәләре балясиндар менән уратып эшләнгән. Ситтәге тәҙрәләре сандриклы, пилястрлы. Һәр тәҙрә дүртәр пилястр менән биҙәлгән. Йорттоң һул яҡ ишеге ярым колонналы пилястрҙар менән биҙәлгән. Йорттоң кәрнизе тешле һәм ул ослайып барып бөткән. Этаждар араһында ла кәрниз ҡуйылған. Йорт ишек алдына инә торған металл ҡапҡа өйҙөң һул яғында тора[1].

Йорт алдына 2010 йылда Акоп Халафяндың «Дуҫлыҡ тутыҡмай» («Клоун һәм компания») скульптур композицияһы ҡуйылған[2].

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Волошин В. Вдоль и поперёк Итальянского. — Таганрог: ИП Кравцов В. А., 2012. ISBN 978-5-904585-27-3.
  • Гаврюшкин О. П. По старой Греческой… (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
  • Давидич Т. Ф. Стиль как язык архитектуры. — Харьков: Изд-во Гуманитарный центр, 2010. — 336 с. — ISBN 978-966-8324-70-3.
  • Собрание фасадов Его Императорского Величества, высочайше апробированных для частных строений в городах Российской империи. Ч. 1-4. СПб., 1809—1812.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с.
  2. Скульптурная композиция «Дружба не ржавеет»