Добрынин Георгий Прокопьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Добрынин Георгий Прокопьевич
рус. Гео́ргий Добры́нин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Һарытау, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1977
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө полководец
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Суворова II степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Дәүләт именлегенең почётлы хеҙмәткәре

Георгий Прокопьевич Добрынин (1907 йыл — май 1977 йыл) — СССР генерал-лейтенанты. ГУЛАГ етәкселәренең береһе. 1947—1951 йылдарҙа ГУЛАГ-тың Салауат ҡалаһындағы лагерҙары идаралығы начальнигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Георгий Прокопьевич Добрынин 1907 йылда Һарытауҙа эшсе ғаиләһендә тыуған[1].

1925 йылдан алып 1928 йылға тиклем Добрынин РККА сафында хеҙмәт итә[2]: 1925 йылдың авгусынан Һарытау пехота мәктәбендә уҡый, ә 1927 йылдың авгусынан 1928 йылдың сентябренә тиклем Ульяновск пехота мәктәбендә.

1930 йылдың март айында ВКП(б)-ға инә.

1928 йылда Добрынин Ҡазандағы ОГПУ ғәскәрҙәренә хеҙмәткә инә 7 октябрҙә 25се ОГПУ полкына взвод командиры итеп тәғәйенләнә, 1930 йылдың мартында — 32-се айырым дивизионы, 1932 йылдың майында 25-се полкы командиры, ә декабрҙән Зеленодольск ҡалаһында взвод менән етәкселек итә. 1933 йылдың декабрь айында НКВД эске һағының 192-се полкы дивизионы командиры итеп тәғәйенләнә.

1939 йылдың ғинуарында Георгий Добрынин М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби Академияһын тамамлай[1], артабан НКВД, һуңынан СССР эске эштәр министрлығының, холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерҙар системаһында эшләй[3].

1939 йылдың 7 мартынан алып 1943 йылдың 15 майына тиклем СССР ГКВД Баш идаралығы начальнигы урыбаҫары булып эшләй.

1941 йылдың 13 октябрендә Георгий добрынин Мәскәү оборона зонаһының НКВД һағының Калинин секторы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың сентябренән алып армияла була, Кавказды обороналауҙа ҡатнаша[1].

1943 йылдың 15 майынан алып 1947 йылдың 2 сентябренә тиклем НКВД холоҡ төҙәтеү лагерҙарының Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 1944 йылдың апрель-май айҙарында Евпаторияла 6-сы оператив секторы начальнигы була, Ҡырымдан халыҡты һөрөү менән етәкселек итә[1], ә 1944 йылдың сентябрендә Грузия сик буйҙарынан күсереү буйынса Аспиндз оператив секторы начальнигы була .

1945 йылдың майынан алып авгусҡа тиклем Добрынин Германияла командировкала була, унда ул Мекленбург-Көнбайыш Померания ерҙәрендә НКВД оперсекторы начальнигы вазифаһын биләй.

1947 йылдың 2 сентябренән 1951 йылдың 31 ғинуарына тиклем Башҡортостанда ГУЛАГ-тың Салауат ҡалаһындағы лагерҙары идаралығы начальнигы була[4].

Артабан 1951—1952 йылдарҙа мөһим сәнәғәт объекттарын һәм тимер юлдарҙы һаҡлау, бер үк ваҡытта Волга-Дон каналы төҙөлөшө буйынса СССР Эске эштәр министрлығы уполномоченныйы була, 1953—1954 йылдарҙа СССР Үәүләт именлеге министрлығының ведомство һағын тикшереү һәм инспекторлау буйынса Баш идаралығы начальнигы. 1954 йылдың 30 мартынан СССР Министрҙар Советы эргәһендәге КГБ-ның 7-се идаралығы начальнигы. 1959 йылдың апреленән 1962 йылдың ғинуарына тиклем Монголия эске эштәр министрлығы эргәһендәге КГБ консультанты һәм кәңәшсеһе булып эшләй.

1962 йылдың июлендә отставкаға китә[1]. Йәшәгән Мәскәүҙә, йәшәй, шунда 1977 йылдың майында вафат була.

Хәрби званиелары[3][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Өлкән лейтенант (14 июль1936)
  • капитан (11 апрель 1938)
  • Майор (1939)
  • Дәүләт именлеге майоры (7 июнь 1939)
  • Именлек комиссары (14 февраль 1943)
  • Генерал-майор (1945 9 июль)
  • Генерал-лейтенант (18 февраль1958)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[3][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Stalinisme en Sovjetisering 1945—1953 Universiteit van Amsterdam (нид.) (рус.)
  2. Краткие биографии руководящего состава СВАГ Государственный архив Российской Федерации
  3. 3,0 3,1 3,2 ДОБРЫНИН Георгий Прокопьевич История отечественных спецслужб
  4. История сталинского Гулага. Конец 1920-х — первая половина 1950-х годов: Собрание документов в 7-ми томах. Т. 3. Экономика Гулага. Отв. ред. и сост. О. В. Хлевнюк. М.: РОССПЭН, 2004. ISBN 5-8243-0607-9

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]