Эстәлеккә күсергә

Евтушенко Алексей Анатольевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Евтушенко Алексей Анатольевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 24 декабрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Дрезден, Германия Демократик Республикаһы
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, прозаик, журналист
Уҡыу йорто Национальный университет «Львовская политехника»[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Евтушенко Алексей Анатольевич Викимилектә

Евтушенко Алексей Анатольевич (24 декабрь 1957 йыл, Дрезден, ГДР) — СССР һәм Рәсәйҙең фантаст-яҙыусыһы, шағир, карикатурасы, йырҙар яҙыусы һәм йырлаусы, сценарист.

Алексе́й Анато́льевич Евтуше́нко 1957 йылдың 24 декабрендә Германия Демократик Республикаһының Дрезден ҡалаһында тыуа.

1975 йылда Төркмәнстандың Кушка ҡалаһында урта мәктәпте тамамлай, Львов политехник институтының архитектура факультетына уҡырға инә. Уны 1980 йылда тамамлай.

1980 йылда Дондағы Ростовҡа эшкә йүнәлтелә. 1980-1985 йылдарҙа ҡаланың төрлө ойошмаларында архитектор һәм рәссам-монументалист булып эшләй.

1979 йылдан алып әҙәбиәт менән шөғөлләнә.

1985 йылда журналистика менән булыша башлай.

1985-1988 йылдарҙа «Вечерний Ростов» гәзитендә эшләй.

1988-1999 йылдарҙа «Наше время» (элекке «Комсомолец») гәзитендә хәбәрсе булып эшләй.

Бард (йырҙар яҙа һәм уларҙы үҙе башҡара). «Большой Донбасс» һәм «Эсхар» фестивалдәре лауреаты.

1999 йылда Мәскәүгә күсеп килә.

Илдең төрөлө баҫмаларында тиҫтәләгән мәҡәләләр һәм йөҙләгән карикатуралар һәм рәсемдәрен баҫтырып сығара.

Иң яҡшы рәссам-карикатурсы номинацияһында «Литературная газетаның» «Золотой теленок» премияһы лауреаты (1999 йыл).

«Избавление»  шиғырҙар китабы — 1991 йыл (Ростов нәшриәте).

«Третья твердь» шиғырҙар китабы — 1996 йыл, Дондағы Ростовтың Гефест нәшриәте.

«Отряд», «Древнее заклятье», «Под колесами — звезды» романдары һәм башҡалар, шулай уҡ тиҫтәләгән хикәйә - барыһы ла Мәскәүҙең ЭКСМО-ПРЕСС нәшриәтендә, «Если» һәм «Реальность фантастики» журналдарында баҫылып сыға.

Тәүге баҫмаһы фантастика жанрында яҙылған «Сеня и спекулянт» (февраль 1991 йыл) хикәйәһе. Ул «Наше время» журналының «Массаракш! Мир наизнанку» ҡушымтаһында (Дондағы Ростов ҡалаһы) нәшер ителә.

«Гони, Анюта!» тулы метражлы нәфис фильмдың сценарийы («Синопсис и сценарий» журналы, № 12, 2008 йыл).

Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы (1991 йылдан алып).

СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977 йылдан алып).

Мәскәү журналистар союзы ағзаһы (2003 йылдан алып).

Әҫәрҙәре исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Древнее заклятье (2000, повесть)
  • Под колесами — звёзды (Отвези меня домой) (2001)
  • Человек-Т, или Приключения экипажа «Пахаря» (2003)
  • Пока Земля спит (2010)
  • Колдун и Сыскарь (2011)
  • Минимальные потери (2012)
  • Танкист (2014)
  • Сдвиг (2017)
  • 1. Отряд (2000)
  • 2. Отряд-2 (2002)
  • 3. Отряд-3. Контрольное измерение (2004)
  • Хранители Вселенной (подцикл)
    • 1. Стража Реальности (2007)
    • 2. Солдаты Вечности (2008)
  • 4. Отряд-4. Битва за небеса (2009)
  • 5. Отряд-5 (2016)

Актеонға һунар (цикл)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1. Охота на Актеона (2005)
  • 2. Ловушка для Артемиды (2006)
  • Сеня и спекулянт (1991)
  • Быть человеком (2000)
  • До встречи! (2000)
  • И началась игра (2000)
  • Пара пустяков (2000)
  • Проблема суверенитета (2000)
  • Бег петуха (2001)
  • Спаситель мира (2001)
  • Умелец (2001)
  • Челобитная (2001)
  • Кто не спрятался (2002)
  • Ни дня без сенсации (2002)
  • Пёс (2002)
  • Сетевой (2002)
  • Беглец (2003)
  • Девушка из «Сфинкса» (2003)
  • Откровение Буцинанта (2003)
  • Тараканья история (2003)
  • Имя для героя (2004)
  • Мальчик и облака (2004)
  • Ночной тариф (2004)
  • Слуга (2004)
  • Кедровая шишка (2005)
  • Игрушка (2006)
  • Курьер (2007)
  • Пастух (2007)
  • Сквозь пелену (2008)
  • Дракон для принцессы (2010)
  • Долина (2011)
  • Бой на вылет (2012)
  • Право на кровь (2012)

Сборники стихов

«Избавление» (1991) Ростиздат, Дондағы Ростов

«Третья твердь» (1996) Гефест, Дондағы Ростов