Екатерина күпере (Ҡыйғы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Екатерина күпере
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыйғы районы
Карта

Екатерина күпере — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Теплый Ключ ауылы эргәһендәге күпер. Фаразланғанса, Екатерина трактында XVIII быуатта төҙөлгән күперҙәрҙең береһе, Ҡыйғы районының иҫтәлекле урындарынан һанала[1].

Екатерина II хакимлыҡ иткән йылдарҙа юлдар әүҙем төҙөлә. 1755 йылғы административ-территориаль реформаларға ярашлы, Рәсәй империяһы территорияһында 50 губерна ойошторолған һәм уларҙы төҙөкләндереү өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленгән. Был үҙгәртеп ҡороуҙар Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенә лә ҡағылған.

Күперҙе һалыу ысулы үҙенсәлекле — күпер монументаль һәм шул уҡ ваҡытта тупаҫ та түгел.

Хәҙерге Ҡыйғы районы аша боронғо Златоуст — Красноуфимск[2] трассаһы үткән.

Ошо юлдан Пугачёв менән Салауат Юлаев ғәскәрҙәре хәрәкәт иткән.

Алексей Ивановтың «Увидеть русский бунт» китабында был күперҙең фотографияһы бар. Автор боронғо архитектура ҡомартҡыһының емерелә барыуына эсе боша: «Ни өсөн Рәсәй ер йөҙөнән юғала барған боронғо ҡомартҡылар, мәҫәлән, рыцарь ҡәлғәләре тураһында хәстәрлек күрмәй?»

Был — Себергә каторжандарҙы ҡыуған тракт, «Екатерина» күперҙәре, ти автор.

2020 йылға ҡарата торошо буйынса күпергә реставрация талап ителә. Был күпер — тарихи ҡомартҡы, ул һаҡлауға һәм яңыртылыуға мохтаж[3].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]