Йәләл-Абад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Жалал-Абад битенән йүнәлтелде)
Ҡала
Йәләл-Абад
ҡырғ. Жалал-Абад
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Ҡырғыҙстан

Координаталар

40°56′ с. ш. 73°00′ в. д.HGЯO

Ҡала с

1877

Майҙаны

64,6 км²

Үҙәк бейеклеге

763 м

Климат тибы

континентальный

Рәсми тел

ҡырғыҙ теле *

Халҡы

129 400[1] кеше

Милли состав

ҡырғыҙҙар — 64,7%
үҙбәктәр — 28,0%
урыҫтар — 3,4%
татарҙар — 1,2%
уйғырҙар — 0,6%[2]

Конфессиональ составы

мосолмандар-сөнниҙәр

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды3722
Почта индексы

720900-720909

Показать/скрыть карты
Йәләл-Абад (Ҡырғыҙстан)
Йәләл-Абад
Йәләл-Абад

Йәлал-Абад[3] (ҡырғ. Жалал-Абад) Ҡырғыҙстандың иң ҙур өсөнсө ҡалаһы, Йәләл-Абад өлкәһе үҙәге. Халҡы 129 400 кеше. Ҡырғыҙстандың көньяғындағы Фергана үҙәнендә урынлашҡан. Ҡаланың яҡындарында Ҡарадаръя йылғаһының уң ҡушылдығы Күгарт йылғаһы аға.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәләл-Абад ҡалаһы Фергана һырты итәгендәге Әйүп-Таудың Күгарт үҙәнендә, диңгеҙ кимәленән 763 м бейеклектә урынлашҡан. Бишкәктән 560 км йыраҡлығында тора. 100 км көньяҡ-көнбайышында Уш (Ош) ҡалаһы урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡоро, йәйе эҫе (уртаса максимум +37°C), көҙө ҡояшлы, һирәк ҡойма ямғырҙар яуа, ҡышы йомшаҡ, дымлылығы юғары, уртаса эҫелеге 0°C тирәһе. Һөтайҙан ҡарасайға тиклем дымлылығы %30 самаһы ғына, йәйге эҫе айҙарҙа — тағы ла түбәнерәк. Йыллыҡ яуым-төшөмө яҡынса 460 мм. Диңгеҙҙәрҙән алыҫ булыуы ҡаланың климатын ҡорғайта. Йыллыҡ уртаса эҫелеге +13°С, майайҙа +34...+37°С, һыуығайҙа +3...+5°С.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 18,8 25,8 30,1 33,9 39,2 41,5 42,0 41,6 40,0 34,2 30,7 20,7 42,0
Уртаса максимум, °C 4,4 6,1 12,2 21,9 27,1 35,1 37,4 36,4 27,3 21,4 12,3 6,1 20,3
Уртаса температура, °C 0,1 1,8 10,2 16,1 20,7 24,9 27,2 26,5 22,4 15,3 7,6 1,8 14,5
Уртаса минимум, °C −4,4 −2,6 5,0 10,2 14,3 17,7 21,1 19,6 15,5 9,0 2,7 −2,5 8,7
Абсолют минимум, °C −27,2 −26 −12 −7,8 0,5 5,7 11,1 6,6 0,6 −13,1 −20 −23,6 −27,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 31 52 51 60 42 28 8 7 8 39 58 49 430
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk / pogodaiklimat.ru
  1. Численность постоянного населения Кыргызской Республики на 1 января 2023г.
  2. Перепись населения Кыргызстана 2009. Джалал-Абадская область. Дата обращения: 30 июль 2021. Архивировано 18 ноябрь 2020 года.
  3. Суперанская А. В. Словарь географических названий. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2013. — 208 с. — С. 40.