Жиганов Виктор Викторович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Жиганов Виктор Викторович (18 февраль 1964 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумы аҡзаһы. Өфө ҡалаһының Киров районы 26-сы Фрунзе һайлау округынан 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жиганов Виктор Викторович 1964 йылдың 18 февралендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1986 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған. Эшһөйәр, тырыш егетте уҡып бөткәс институтты эшкә ҡалдыралар. Хеҙмәт юлын 1986 йылда үҙе уҡығын Өфө авиация институтында ВЛКСМ комитетының секретарь урынбаҫары булып башлай. Эшенә тоғро егет партия һәм дәүләт эше буйынса өҫкә үрмәләй. 1987—1991 йылдарҙа Башҡортостан өлкә комитетының комсомол инструкторы, республика йәштәр үҙегенең директоры булып эшләй. 1991 йылдан «Выбор» инновация һәм яңы алымдарҙы индереү берекмәһеның директоры итеп тәғәйенләнә. [1] Өфө ҡалаһының Киров районы 26-сы Фрунзе һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумы ағзаһы. [2]

Өйләнгән.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]