Журавлёв Вячеслав Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Журавлёв Вячеслав Васильевич
Тыуған көнө 30 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Ашхабад, Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Петербургский государственный университет путей сообщения[d]

Журавлёв Вячеслав Васильевич (30 май 1963 йыл ) — хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юғары Советтың йәштәр эше, физик культура һәм туризм буйынса комиссия ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вячеслав Васильевич Журавлёв 1963 йылдың 30 майында Ашхабад ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1989 йылда Ленинград тимер юл инженерҙары институтын (хәҙерге исеме Петербургский государственный университет путей сообщения) тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1980 йылда Салауат нефтехимия комбинатында слесарь булып башлай. 1981—1984 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1985 йылда Стәрлетамаҡ станцияһы локоматив депоһында слесарь булып эшләй. Артабан машинист ярҙамсыһы, йөк ташыу тепловозы машинисы булып эшләй. 1992 йылдан пассажирҙар ташыусы тепловоз машинасы. [1] Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 130-сы Нагуманов һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының йәштәр эше, физик культура һәм туризм буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Өйләнгән, ғаиләһендә бер ул үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]