Журнал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Журнал — киң мәғлүмәт сараларының береһе булған баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат. Уны дәүләт органдары, ведомстволар, предпрятиелар, йәмәғәт ойошмалары, берекмәләр, уҡыу йорттары, физик шәхестәр нәшер итә. Сығыу йышлығы: аҙнаһына, 10 көнгә, 2 аҙнаға, айына, 2 айға, кварталға, ярты йылға 1 тапҡыр. Күләме, форматы һәм тиражы төрлөсә. Тибы буйынса — халыҡ‑ара, федераль, республика, өлкә, ҡала; төрҙәре буйынса — ижтимағи‑сәйәси, махсуслашҡан һ.б.; аудитория буйынса һөнәри, профсоюз, балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һ.б. баҫмалар айырыла.

Башҡортостанда тәүге журнал[үҙгәртергә]

“Вестник Уфимского земства”, “Оренбургские епархиальные ведомости” һәм “Уфимские епархиальные ведомости”. Ж. маҡсаты һәм йөкмәткеһе — башлыса тышлыҡтың тәүге битендә, бүлектәрҙең исемдәре һуңғыһында баҫыла. Ж. биттәрендә закондар һәм ҡануниәт акттары; хөкүмәт бойороҡтары һәм указдары, урындағы идаралыҡ органы ҡарарҙары, халыҡтың ялыуы; тәнҡит, фәнни мәҡәләләр, ш. уҡ иғландар, библиография һ.б. баҫыла. 20 б. башында төрки телендә дини (“Дин вә мәғишәт”; ҡара: “Мосолман ваҡытлы матбуғаты”; “Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әл‑Ырынбургиә"), сатирик (“Чикерткә”, Ырымбур, 1906; “Аҡмулла”, “Ҡармаҡ”, “Ҡарсыға”, “Сүкеш”), әҙәби-художество һәм фәнни-публицистик (“Шура”) Ж. баҫыла башлай. Пед. фекер һәм фәнни ҡаҙаныштар “Вестник Оренбургского учебного округа”, “Вестник семьи и школы”, “Педагогический журнал” Ж. сағылыш таба. “Известия Центросоюза” (“Үҙәк Союз хәбәрҙәре”; Бөтә Рәсәй Үҙәк ҡулланыусылар йәмғиәте союзының Волга буйы, Урал һәм Себер өсөн район идараһы сығарған баҫмаһы; Өфө, 1914, 1918), “Лига” (Бөтә Рәсәй туберкулёзға ҡаршы көрәш лигаһының Бәләбәй бүлеге органы; 1913), “Заволжский летописец” (“Волга аръяғы йылъяҙмасыһы”; Көнсығыш Рәсәй мәҙәни-ағартыу йәмғиәте органы), “Пчела” (“Бал ҡорто”; Ҡасаҡтар союзы органы; 1917; икеһе лә — Өфө) махсуслашҡан Ж. барлыҡҡа килә. Был осор Ж. тыуған яҡты өйрәнеү, этнография, фольклор, метеорология, топография, геология һ.б. б‑са мәҡәләләр баҫыла. Октябрь революцияһынан һуң 1917 й. 9 нояб. Матбуғат т‑дағы декретҡа ярашлы, большевизмға ҡаршы бөтә баҫмалар ябыла. 20—30‑сы йй. башҡ. телендә “Аймаҡ”, “Аллаһыҙ”, “Бабич”, “Башҡортостан кооператоры” (Өфө; 1922—23), “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Керпе” ( “Аманат”), “Һәнәк”, “Яңы юл” ( “Ағиҙел”) һ.б.; урыҫ телендә “Агитатор-пропагандист”, “Башкирия” (“Башҡортостан”), “Власть Советов” (“Советтар власы”; икеһе лә — 1924), “Пахарь” (“Һабансы”; 1920; бөтәһе лә — Өфө), “Социалистическое хозяйство Башкирии” һ.б. сыға. Уларҙа илдә һәм сит илдәрҙә барған ваҡиғалар сағылыш таба, Граждандар һуғышынан һуң совет халыҡ хужалығын тергеҙеү, белем һәм тәрбиә биреүҙең мәртәбәһен күтәреү, әҙәбиәт һәм сәнғәтте үҫтереү, атеизмды пропагандалау мәсьәләләре яҡтыртыла. Башҡорт телендәге “Яңалиф” (1929—30), “Яңылыҡ” (1927—30; икеһе лә — Өфө) һ.б. әҙәби Ж. башҡ. әҙәби телен формалаштырыуға ҙур йоғонто яһай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҫмалар һаны ҡыҫҡара, 1943 й. яңы “Блокнот агитатора” ж. (“Агитатор блокноты”; ҡара: “Ваш собеседник”) сыға башлай. Һуғыштан һуңғы 10 йыллыҡта һуғышҡа тиклемге Ж. ҡабат нәшер ителә башлай, 50—80‑се йй. яңы “Башҡортостан ауыл хужалығы”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Русский язык в башкирской школе” һ.б. Ж. барлыҡҡа килә. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында илдең ижт.‑сәйәси тормошондағы үҙгәрештәр Ж. һанының үҫеүенә килтерә. “Аҡбуҙат”, “Бельские просторы”, “Ватандаш”, “Ведомости Государственного Собрания—Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан”, “Вилы”, “Рампа”, “Сельские узоры”, “Толпар”, “Шоңҡар”, “Экономика и мы”, “Экономика и управление: научно‑практический журнал” һ.б. Ж. баҫыла башлай. БР‑ҙа Фәндәр академияһы булдырылғандан һуң “Вестник Академии наук Республики Башкортостан”, “Йәдкәр” ж. ойошторола; “Башкирский химический журнал”, “Башкирский экологический вестник”, респ. юғары уҡыу йорттарының ваҡытлы баҫмалары (ҡара: “Вестник Башкирского государственного педагогического университета им. М.Акмуллы”, “Вестник Башкирского университета”, “Вестник ВЭГУ”, “Вестник УГАТУ”, “Вестник Уфимского юридического института МВД России”) нәшер ителә. БР‑ҙа 2009 й. 103 Ж. теркәлгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Ахунзянов Т.И. Очерки по истории печати Советской Башкирии. Уфа, 1979;
  • Кузбеков Ф.Т. Становление средств массовой информации Башкортостана и развитие этнической культуры башкир (ХIХ в. — 30‑е гг. ХХ в.). Уфа, 2001.