Гәзит
Гәзит, газета — даими исем менән билдәле бер йышлыҡта сығыусы матбуғат баҫмаһы. Боронғо ҡулдан яҙылған мәғлүмәттәр — гәзиттең боронғо өлгөһө. Юлий Цезарь «Сенат эше», «Халыҡтың көндәлек ижтимағи эше»н баҫтырып сығарған. Боронғо Римдә ваҡиғалар хроникаһын ағас таҡталарға яҙып барғандар. 911 йыл тирәһендә Ҡытайҙа «Цзинь бао» («Башҡала хәбәрҙәре») сыға башлай.
Газета һүҙе ваҡ итальян аҡсаһы (итал. gazzetta (гасета)) һүҙенән килеп сыҡҡан. XVI быуатта мәғлүмәт баҫмаһын (батша һарайындағы хәбәрҙәр, сауҙа яңылыҡтары, башҡа ҡалаларҙан хәбәрҙәр) уҡыған өсөн бер гасета түләгәндәр, йәғни иң бәләкәй аҡса менән түләгәндәр. Ә аҡсаға исемде һайыҫҡан (итал. gazza) биргән. Аҡсаға һайыҫҡан төшөрөлгән булған.
ГОСТ буйынса: гәзит — «нәшриәттә ваҡытлы матбуғат үҙенсәлегенә яраҡлаштырылған билдәле бер форматтағы бер йәки бер нисә биттән торған баҫма материал».
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Моисеев В. А. Журналистика и журналисты. К.: Дакор, 2002. — 400 с. ISBN 966-95845-3-1
Ссылки [үҙгәртергә]
- Газеты Во всех странах
- Интернет-портал «Старые газеты» — материалы газет Российской империи и СССР.
- Газета, печатное периодическое издание в Энциклопедии на Либрусеке
- Подборка статей о газетах из других энциклопедий
- Иван Скворцов-Степанов. Капитал и газеты Вестник труда № 2 (1909)
- Марк Твен. Разнузданность печати — Речь в клубе журналистов (Хартфорд, 1873)