Марк Твен
| Марк Твен | |
| ингл. Mark Twain | |
| Исеме: |
Сэмюэл Лэнгхорн Клеменс (ингл. Samuel Langhorne Clemens) |
|---|---|
| Псевдонимы: |
Марк Твен, |
| Тыуған көнө: | |
| Тыуған урыны: | |
| Вафат көнө: | |
| Вафат булған урыны: | |
| Гражданлығы: | |
| Эшмәкәрлеге: |
Яҙыусы-прозаик, Ҡалып:Журналист, Ҡалып:Публицист |
| Викитекала әҫәрҙәре. | |
Марк Твен (ингл. Mark Twain, ысын исеме Сэ́мюэл Лэ́нгхорн Кле́менс; 30 ноябрь 1835 йыл, Флорида ҡасабаһы (Миссури штаты ) — 21 апрель 1910 йыл, Реддинг (Коннектикут штаты); — Америка яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ул төрлө йүнәлештәрҙә ижад иткән — юмор, сатира, фәлсәфәүи фантастика, публицистика һ. б., уларҙың барыһында ла гуманист һәм демократ булараҡ таныш.
Йөкмәткеһе |
Псевдонимы [үҙгәртергә]
Клеменс һөйләүенсә, «Марк Твен» псевдонимы йәш сағында йылға навигацияһы терминдарынан алынған. «Марка Твен»дан башҡа «сьёр Луи́ де Конт» псевдонимы аҫтында эшләгән.
Биографияһы [үҙгәртергә]
Бала сағы һәм үҫмер йылдары [үҙгәртергә]
Сэмюэл Клеменс 1835 йылдың 30 ноябрендә Флорида ҡасабаһында (Миссури штаты, АҠШ), Джон һәм Джейн Клеменстар ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуа. Үҙе бәләкәй саҡта Ганнибал ҡалаһына күсәләр. Ошо ҡала халҡын «Том Сойер мажаралары» китабында һүрәтләндерә лә инде.
Атаһы ҡаты аурып үлгәс, ғаилә ауыр хәлдә ҡала. Өлкән ағаһы Ора́йон гәзит сығара башлай һәм Сэм унда типограф, мәҡәләләр авторы булып эшләй башлай. Ҡыҙыҡлы һәм бәхәс тыуҙырған мәҡәләләр авторы ла йыш ҡына ул була. Сент-Луис һәм Нью-Йорк яҡтарына сәйәхәт итә.
Миссисипи йылғаһы менән ҡыҙыҡһыныу пароходта лоцман эше менән таныштыра. 1861 йылда Граждандар һуғышы башланып, башҡа эш эҙләргә мәжбүр була. Ағаһы Орайон менән Көнбайышҡа көмөш сығарыу шахталарында байығыу ниәте менән сығып китәләр.
Беренсе китабы [үҙгәртергә]
1867 йылда Европа һәм Урта Көнсығыш яҡтарына сәйәхәт ҡыла. Одесса, Ялта һәм Севастополь ҡалаларына барып сыға. Ливадияла Урыҫ императоры резиденцияһын да күрә.
Сәйәхәт барышында яҙған хаттары гәзиттә баҫылып бара.Ҡайтып еткәс, шул хаттарҙы берләштереп, «Хәйләһеҙ кешеләр сит илдәрҙә» тигән китабын яҙа. Китап 1869 йылда донъя күрә һәм ҙур уңыш ҡаҙана.
Ижади үрҙәре [үҙгәртергә]
«Гекльберри Финн мажаралары» китабы Америка һәм донъя әҙәбиәтенә иң ҙур өлөш индергән. Шулай уҡ «Том Сойер мажаралары», «Принц һәм ярлы», «Коннектикут янкилары король Артур һарайында» һәм «Миссисипила тормош» автобиографик хикәйәләр йыйынтығы билдәле.
Танылыу яулағас, талантлы йәштәрҙе эҙләп табып, артабанғы ижад тормоштарында ярҙам иткән. Фән менән ҡыҙыҡһынған. Шулай уҡ бильярд уйнарға һәм төрөпкә тартырға яратҡан.
Һуңғы йылдары [үҙгәртергә]
Ҡайғылар уны урап үтмәй. Дүрт балаһының өсәүһе, һөйөклө ҡатыны Оливия үлеп ҡалалар. Һуңғы йылдарында ла мәрәкәләү һәләтен юғалтмай.
1910 йылдың 21 апрелендә Марк Твен үлеп ҡала. Уның Хартфорд ҡалаһындағы өйө шәхси музей һәм АҠШ-тың милли тарихи милке тип иғлан ителгән . Марк Твен бесәйҙәр яратҡан.