Зана Ләйлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зана Ләйлә
курд. Leyla Zana
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 3 май 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[4][5][6] (62 йәш)
Тыуған урыны Сильван[d], Диярбакыр[d], Төркиә
Хәләл ефете Мехди Зана[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, активист, яҙыусы, журналист
Биләгән вазифаһы Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социал-демократическая народная партия[d] һәм People's Democracy Party[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 84 750
 Зана Ләйлә Викимилектә

Ләйлә Зана (курд. Leyla Zana, тыуған 3 май 1961 йыл) — курдтарҙың хоҡуҡ һаҡлаусы, Төркиә парламентының элекке депутаты (1991—1994, 2011—2018), парламент алдында курд телендә ант биргән өсөн 15 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1995 йылдың 9 ноябрендә Европарламент Ләйлә Занаға хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге өсөн Сахаров исемендәге халыҡ-ара премия биреү тураһында ҡарар ҡабул итә. Ләкин премияны ул 2004 йылда ғына ала.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ләйлә Зана 1961 йылдың майында Төркиәнең көньяҡ-көнсығышындағы Диярбаҡыр провинцияһының Сильван ҡалаһында тыуған. 14 йәшендә ата-әсәһе уны 1980 йылдағы хәрби түңкәрелешкә тиклем Диярбаҡыр ҡалаһы мэры булған Мехди Занға кейәүгә бирә. 1991 йылда Ләйлә Зана Төркиә парламентына һайланған беренсе курд ҡатын-ҡыҙы була. Оҙаҡ ваҡыт Төркиәлә курд телен ҡулланыу енәйәт тип һаналған. Тик 1990 йылдар башында ғына ул легалләштерелә, әммә йәмәғәт урындарында ҡулланыу һаман да тыйыла. Мәҫәлән, Лейлә Зананың төрөк парламентында курд телендә ҡыҫҡа ғына телмәре ҙур ғауғаға әйләнә һәм артабан уны ҡулға алыу нигеҙҙәренең береһе булып тора. Депутат антын төрөк телендә уҡып, Зана үҙенең телмәрен курд телендә фраза менән тамамлай. Ләйлә Зана ағза булған Демократик партия тыйыла. Һуңынан, 1994 йылдың мартында, Лейла Зана һәм демократик партиянан парламенттың тағы һигеҙ ағзаһы, шул иҫәптән Мәхмүт Алинак, депутат именлегенән мәхрүм ителә.[7]. Шул уҡ йылдың декабрендә Лейла Зана Демократик партияның башҡа өс депутаты — Хатип Дикл, Сәлим Садак һәм Орхан Доган менән бергә хыянат итеүҙә һәм Курдистан эшсе партияһына ағзалыҡта ғәйепләнеп ҡулға алына. Зана үҙенең ғәйебен ҡәтғи инҡар итә, язалау аҫтында алынған шаһитлыҡ күрһәтмәләре нигеҙендә,[8] Зана һәм уның өс партия ағзаһы 15 йылға төрмәгә хөкөм ителә. Суд ултырышында ул раҫлай:

«Мы ҡарата ғәйепләүҙәрҙең береһен дә танымайым. Әгәр уларҙың ҡайһыһы дөрөҫ булһа, ғүмеремә зыян килтерһә лә, бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алыр инем. Мин милләттәр араһында демократияны, кеше хоҡуҡтарын һәм туғанлыҡты яҡланым һәм һуңғы һулышыма тиклем шулай дауам итәсәкмен».

"Халыҡ-ара амнистия" ойошмаһы Ләйлә Занананы намыҫ тотҡоно тип таный. 1994 йылда ул Рафто премияһына , ә 1995 йылда Европа парламенты тарафынан А. Д. Сахаров исемендәге премияға тәҡдим ителә. Ул шулай Бруно Крайский премияһына лайыҡ була.

Төрмәлә ултырған сағында «Төрмәнән яҙмалар» («Записки из тюрьмы»). тигән китап яҙа. Лейлә Зананың эше 2003 йылда Юғары апелляция судына ҡайтанан ҡарауға тапшырыла Европа кеше хоҡуҡтары буйынса суды төрөк судының ҡарарын ғәҙелһеҙ тип таба. 2004 йылдың июнендә Лейлә Зана һәм уның партия ағзалары азат ителә.

2005 йылдың ғинуарында Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа суды Төркиәгә Һүҙ азатлығы хоҡуғын боҙған өсөн демократик партияның элекке ағзаларына һәр береһенә €9 000 түләргә мәжбүр итә. 2005 йылда Лейлә Зана Демократик йәмғиәт партияһы (ПДО; тур. Demokratik Toplum Partisi, DTP) һәм сәйәси эшмәкәрлеген дауам итә.

Лейлә Зана 2010 йылда

2008 йылдың 10 апрелендә Диярбаҡыр ҡала суды Ләйлә Зананы «террористик пропаганда» таратыуҙа ғәйепләп, 2 йылға иркенән мәхрүм итә: 2007 йылда сәйәси митинг ваҡытында, Төркиә парламентының элекке ағзаһы әйтеүенсә, курдтарҙың 3 лидеры бар: Курдистан өлкәһенең 1-се президенты Масуд Барзани, Ираҡтың 6-сы президенты Йәләл Талабани һәм Ҡурдистан эшсе партияһының төрмәлә ултырған лидеры Абдулла Оджалан.

11 декабрь 2009 йыл Төркиәнең конституция суды Демократик йәмғиәт партияһын тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итә — төрөк судьялары фекеренсә, ДПЙ Ҡурдистан эшселәр партияһы менән бәйләнештәре арҡаһында дәүләттең милли именлегенә хәүеф тыуҙыра.

2010 йылдың 8 апрелендә Төркиә суды, «террор пропагандаһы таратыу»ҙа ғәйепләнеп, Ләйлә Зананы 3 йылға төрмәгә ултыртырға хөкөм итә.[9]. Һуңынан парламентҡа бойондороҡһоҙ депутат булараҡ (2011 йылда) һәм Тыныслыҡ һәм демократия партияһынан Халыҡтарҙың демократик партияһынан һайлана. 2018 йылдың 11 ғинуарында парламенттың 212 ултырышында, 2016 йылдың ноябренән йәнә төрмәлә ултырған саҡта, формаль һылтау менән депутат мандатынан мәхрүм ителде.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #79116556 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #120046245 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Leyla Zana // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Leyla Zana // Babelio (фр.) — 2007.
  6. Leyla Zana // Munzinger Personen (нем.)
  7. Гюль не одобряет идею лишения неприкосновенности депутатов ПМД. Дата обращения: 3 октябрь 2016. Архивировано 5 октябрь 2016 года.
  8. Defiance Under Fire. Leyla Zana: Prisoner of Conscience 2006 йыл 12 февраль архивланған. // Amnesty International USA Magazine
  9. Daren Butler. Turkish court convicts Kurdish politician for speech (ингл.). The Washington Post (8 апрель 2010). Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 19 март 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]