Зарипов Ирек Айрат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ирек Зарипов
Портрет
спортсмен
Тыуған урыны:

Башҡортостан, Стәрлетамаҡ

Гражданлығы:

Рәсәй флагы

Атаһы:

Зарипов Айрат Ғәбделхамат улы

Әсәһе:

Зарипова Вәсилә Мостафа ҡыҙы

Балалары:

Айнур

Зарипов Ирек Айрат улы (урыҫ. Зарипов Ирек Айратович) — Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры,[1], Ванкувер Паралимпиадаһының 4 тапҡыр чемпионы, Сочи олимпиадаһында Рәсәй вәкиле, Рәсәй терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған инвалидтарҙың физкультура һәм спорт федерацияһы беренсе вице-президенты,әүҙем йәмәғәт эшмәкәре: 1983 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.


Биография[үҙгәртергә]

«

Бәләкәй сағында тиҫтерҙәремдән бер нәмә менән дә айырылып тормаған ғәҙәти малай булған. Ҡайһы саҡта, бала-сағаға хас булғанса, төрлө "ҡырын" эштәр эшләп ебәрһәм дә, атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерерлек ҡылыҡтарым иҫтә ҡалмаған. Дуҫтарым менән бергә волейбол уйнаным, туп типтем, саңғыла йүгерҙем, бокс һәм самбо менән шөғөлләндем, ләкин бер спорт төрө менән дә ныҡлап мауыҡманым. Тормош шулай үҙ яйына ағыр ҙа ағыр ине, тик 17 йәшемдә булған юл һәләкәте барыһын да ҡырҡа үҙгәртте. Бөтә донъяһы сағыу биҙәктәргә сорналған, бер ҡайғы-хәсрәте булмаған үҫмерҙе ҡапыл өлкәнәйтеп, ваҡытынан алда ир ҡорона индерҙе. Тормошто өр-яңы биттән башларға тура килде. Ләкин яңғыҙыңа ғына бындай тормош һынауын йырып сығыу бик ҡыйындыр. Мин яңғыҙ булманым, минең терәгем - атайым һәм әсәйем, ҡатыным һәм балаларым. Янымда улар булыуы минең һәр көнөмә оло мәғәнә өҫтәй, һәр тыуған яңы көнгә шатлыҡ менән бағырға көс бирә. Миңә ныҡлы таяныс булған әсәйем Вәсилә Мостафа ҡыҙы һәм атайым Айрат Ғабделхамат улы ауыр һәм ҡатмарлы минуттарҙа иң кәрәкле һүҙҙәр әйтеп, күңелде күтәреп ебәрә, һынауҙарға үҙҙәре лә бирешмәй, миндә лә йәшәү йәмен һүндермәҫлек хистәр уята ала. Ғаиләбеҙ өсөн ауыр осорҙарҙы һынмай-бөгөлмәй үткәреп ебәреүебеҙ бары тик атайым һәм әсәйемдең көслө рухы арҡаһында ғына булды, тип тулы ышаныс менән әйтәм. Спортта ғына түгел, ә барлыҡ тормошомдоң мәғәнәле булыуы, тура юлдан китеүе бары тик уларҙың тырышлығы арҡаһында. Нәҡ улар ярҙамында бөгөнгө мин бар. Шулай уҡ мине һәр саҡ аңлап, эштәремде ыңғайлатып тороусы ҡатынымдың, донъямдың йәме булған балаларымдың янымда булыуы ла юғары маҡсаттарымды тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам һәм таяныс ул. Стәрлетамаҡ ҡалаһының инвалидтар ойошмаһы ла яңы яҙмышымды ҡабул итергә ярҙам итте. 2003 йылда мин ойошмаға килеп, төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләндем, ә һуңынан саңғы ярышына һәм биатлонға өҫтөнлөк биреп, ныҡлы күнекмәләргә тотондом. Бындағы мөхит миңә яңы һулыш өҫтәгәндәй булды. Хәл итәһе мәсьәләләр һәм проблемаларҙың бер булыуы беҙҙе яҡынайтты, ә донъя һынауҙары алдында һынмаған-бөгөлмәгән кешеләр менән аралашыу миңә көс өҫтәне. Яҡты хыялдар ҡорорға ҡурҡмаған, үҙҙәрен бер кемдән дә кәм һанамаған, донъяға шатланып ҡарай белгән кешеләр менән аралашыу яҡшы тормош мәктәбе булды. Ике йыл дүрт стенаға бикләнеп, ауыр уйҙар ҡоршауында йәшәгәндән һуң, ошо ойошма коллективына барып эләгеүемде ҙур бәхет тип һанайым. Кәрәкле ваҡытта кәрәкле кешеләр менән дуҫлашырға насип итте, был да тормошта бик мөһим бит.

Ванкувер минән милли герой яһаны

2005 йылда Рәсәйҙең саңғы ярыштары буйынса йыйылма командаһы составына алынып, артабанғы 5 йылда һиҙелерлек уңыштарға өлгәштем. Ванкуверҙағы еңеүем тәүгеһе булмаһа ла, нәҡ ул бөтә донъяға Башҡортостан егете Ирек Зариповты асты. Нәҡ Ванкувер минән милли герой яһаны. Мин быға бик шатмын. Был еңеүемә мин оҙайлы һәм ныҡышмалы юл үтеп килдем. Олимпиадаға әҙерләнеү ваҡытында көнөнә дүртәр тренировка үткәрелә ине. Физик арыуҙы иҫәпкә алмағанда, көндәлек күнекмәләрҙә артыҡ ауырлыҡ күрмәнем, сөнки бының һәйбәт һөҙөмтәләргә килтереүен белеп һәм аңлап эш иттем. Бағлаған өмөттәрем аҡланды, алдыма ҡуйған маҡсатым арттырып үтәлде, тип иҫәпләйем. Иң күбе 2 алтын миҙал яулауҙы күҙ уңында тотоп, 4 тапҡыр иң юғары еңеү баҫҡысына күтәрелдем. Алдағы олимпиадала ла ошондай уҡ юғары бейеклектәр яуларға тырышасаҡмын. Ванкуверҙағы еңеүемдең дәүләт тарафынан да юғары баһаланыуы минең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев һәм Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов ҡулынан "IV дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" һәм "Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн" ордендары менән бүләкләнеүем артабан да маҡсатыма ынтылырға көс өҫтәй. Ванкуверҙан һуң инвалидтар араһында спортты үҫтереүгә иғтибарҙың бермә-бер артыуында минең дә бер ни тиклем өлөшөм булыуы ҡыуандыра. Дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән төрлө ҡарар һәм программаларҙағы инвалидтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу кәрәклеге хаҡындағы һүҙҙәр тик ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫ, ә ысынбарлыҡта атҡарылып сығыр тип ышанам. Ғөмүмән, һуңғы биш-алты йылда дәүләт спортҡа күберәк иғтибар бүлә, бағыусылар ҙа әүҙемләшә төштө, тип әйтергә була. Мәҫәлән, Турин менән сағыштырғанда, Ванкувер олимпиадаһына беҙ ныҡлы матди әҙерлек менән килдек. Был да мөһим, сөнки спортсының ҡоро энтузиазмында ғына оло эштәр ҡыйратып булмай. Уның бар тырышлығы, эше, теләктәренең матди яҡтан нығытылған булыуы ла шарт.

Иң кәрәкле һүҙҙе әйтергә һуңламайыҡ

Ванкуверҙан һуң минең тормошомда күп нәмә үҙгәрҙе. Элек мин бары тик спорт менән генә янып йәшәһәм, оло еңеүҙәремдән һуң йәмәғәт эшенә сумдым, йәғни тормошомда тағы ла яңы бер бит астым. Олимпиаданан һуң дауаханаларға, балалар һәм инвалидтар йорттарына күп йөрөнөм һәм әле лә был эшемде ҙур ихласлыҡ менән дауам итәм. Рәсәйҙә инвалид булыуы бик ауыр. Беҙҙең ил инвалидтарға ҡәҙимге кеше итеп ҡарарға өйрәнмәгән. Был көн итеү өсөн мөһим булған ябай ғына әйбергә мохтажлыҡ кисереүҙән башлап, тирә-йүндәгеләрҙең ҡарашына тиклем асыҡ ярылып ята. Шуға күрә, инвалидтарға ниндәйҙер оло ярҙам күрһәтә алмайым, тип, оҙон-оҙаҡ уйҙарға бирелеп йөрөгәнсе, әлегә ҡулдан килгән тиклемен эшләһәң дә, күпкә өлгәшергә була. Ҡайһы саҡ иң кәрәкле һүҙҙәрҙе әйтергә һуңлайбыҙ, шуныһы үкенес. Кешегә әхлаҡи һәм һүҙ ярҙамы ла күпте бирергә мөмкин икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк беҙгә. Мәҫәлән, ниндәйҙер етем йәки ғәрип балаға үҙ хыялына табан аҙым эшләр өсөн тик бер генә ыңғай һүҙ, икенсеһенә бары тик йылы ҡараш, ә өсөнсөһөнә донъя чемпионының ихлас ҡул ҡыҫыуы ла етеүе мөмкин. Үҙемдең эшмәкәрлегем менән берәүҙең генә булһа ла тормошон ыңғай яҡҡа үҙгәртә алһам, кемгәлер ауыр мәлдә йәшәр көс һәм ныҡлыҡ бирә алырҙай эштәр эшләһәм, үҙемде бәхетле тоям. Йәмәғәт эше менән булыу миңә оҡшай, бының бер ауырлығын да күрмәйем. Был хәҙер минең йәшәйешемдең бер өлөшө. Билдәлелек яулау кешегә бер ни тиклем вазифа ла йөкмәтә. Ошондай статус йөрөтөүең һиңә ниндәйҙер хоҡуҡтар ғына бирмәй, ә иңеңә ҡайһы бер йөкләмәләр ҙә һала һәм уларҙы гармонияла "йәшәтеү" өсөн дә күп кенә көс һалырға тура килә.

»

—Ирек Зарипов "Спорт һәм сәйәсәт менән шөғөлләнеү."[2]

«Иҙел» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (беренсе тренеры — Ф.Н. Ғабдуллин).

Һөнәрселек лицейын һәм Башҡортостан иҡтисади-юридик колледын тамамлай.

17 йәшлек сағында (2000 йыл) автомобиль һәләкәтенән һуң уның ике аяғында киҫәләр.

2005 йылдын Башҡортостан юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры — А.А. Ғүмәров).

2005 йылдан Рәсәй йыйылма паралимпия командаһы ағзаһы.

Урал физик культура академияһы ағзаһы.

Өйләнгән. 2008 йылдың 21 мартында улы Айнур тыуҙы.

2010 йылдың июнендә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Стәрлетамаҡ делегаты булып ҡатнаша[3]

2010 йылдан — Рәсәй терәк-хәрәкәт ағзалары зарарланған инвалидтарҙың физкультура һәм спорт федерацияһы беренсе вице-президенты.

Спорт ҡаҙаныштары[үҙгәртергә]

Наградалары[үҙгәртергә]

Дмитрий Медведев Ирек Зариповҡа IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшыра
  • IV дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн (2010 йылдың 26 мартында спорт һәм физик күлтураны үҫтереүҙәге өлөшө һәм X Паралимпиадаһында (Ванкувер, Канада) күрһәткән юғары ҡүаҙаныштары өсөн . '.[4]
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2010 йыл)[5]
  • "Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн" ордены(2010 йыл)[6]
  • Башкортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2006 йылдың 24 апреле) [7][8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Приказ о присвоении почетного спортивного звания "Заслуженный мастер спорта России". 27 июнь 2010 тикшерелгән.
  2. Киске Өфө. №39, 2001 й.
  3. Вахит Рахматович Абдрахимов, глава администрации городского округа город Стерлитамак о делегации Стерлитамака на всемирном курултае башкир
  4. Указ Президента Российской Федерации от 26 марта 2010 года № 373
  5. Ирек Зарипов, Мария Иовлева, Роман Петушков, Николай Полухин и Михалина Лысова стали заслуженными мастерами спорта
  6. Президент Башкортостана Муртаза Рахимов наградил Ирека Зарипова и Кирилла Михайлова
  7. М. Г. Рахимов подписал указы о награждении спортсменов-олимпийцев
  8. Указ Президента Республики Башкортостан от 24 апреля 2006 года № УП-160 «О награждении Почётной грамотой Республики Башкортостан работников физической культуры Республики Башкортостан»

Һылтанмалар[үҙгәртергә]