Звартноц

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Звартноц
әрм. Զվարթնոց տաճար
Нигеҙләү датаһы VII быуат
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Вагаршапат
Архитектура стиле армянская архитектура[d]
Рәсми сайт whc.unesco.org/en/list/1…
Современное состояние руины[d]
Вид с воздуха
Карта
 Звартноц Викимилектә

Звартноц (әрм. Զվարթնոց), әрмән теленә тәржемә иткәндә «йоҡламаусы фәрештәләр ғибәҙәтханаһы» тигәнде аңлата, әрмән теленән звартун — фәрештә[1], иртә урта быуат әрмән архитектураһы ғибәҙәтханаһы, Ереван һәм Вагаршапат янында урынлашҡан. 2000 йылда ғибәҙәтхана емереклектәре һәм уның тирәләй археологик территория ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әрмән тарихсыһы Себеосҡа ярашлы 640—650 йылдарҙа католикос Төҙөүсе Нерсес III ваҡытында төҙөлгән, ул үҙ резиденцияһын Двиндан Вагаршапатҡа күсерергә планлаштырған. Шулай уҡ Двинда һәм Хор-Виралдәге ҡорролмаларҙы һәм тыуған ауылы Ишханда Звартноцҡа оҡшаған сиркәүҙе Нерсес Өсөнсөгә ҡайтарып ҡалдыралар. Ҙур ғибәҙәтхананы изгеләндереү тантанаһында Византия императоры Констант II ҡатнаша, ул даКонстантинополдә шундай уҡ ғибәҙәтхана төҙөргә теләй. X быуатта икенсе ҡатындағы терәүҙәрҙең үҙәге ныҡлы булмағанлыҡтан, ер тетрәү мәлендә ғибәҙәтхана емерелә. Звартноцтың емереклектәре 19011907 йылдарҙа ҡаҙыу эштәрендә асыҡлана. Әлеге ваҡытта уның беренсе ҡаты тулыһынса төҙөкләндерелгән.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Т. Тораманян төҙөкләндереүе буйынса ғибәҙәтхана көмбәҙ менән өс ҡатлы түңәрәк ҡоролманан ғибәрәт (түбәнге ярустың диаметры 35,75 метр). Түңәрәк нигеҙҙең эсенә тәре ҡуйып ҡалдырыла, ярым түңәрәк буйлап алты колонналы уның өс яғы барлыҡҡа килгән, ә көнсығыш яғы — апсида — ябыҡ стена була, уны мозаика һәм фреска ҡаплай. Алтарь апсида янында — бейек урыны, бер яҡтан — амвон, алда — суҡындырыу купеле. Апсидаға арт яҡтан квадрат бүлмә йәнәш тора, бәлки, ризница, унан беренсе ҡатҡа алып барған коридорға баҫҡыс буйлап күтәрелгәндәр.

Ғибәҙәтхананың фасадтары аркатура, семәр, рельефлы плиткалар, гранат һәм виноград тәлгәштәре менән биҙәлгән. Звартноцтың колонналары тәре, бөркөт, ғибәҙәтхана донаторҙары һүрәттәре менән ауыр капителдәр ярҙамында уңышлы тамамланған. Ғибәҙәтханан көньяҡ-көнбайышта — патриарх һарайы емереклектәре, Нерсес III торлаҡ биналары, вино һығыу ҡулайламалары.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылъяҙмасыһы Себеос беренсе булып ғибәҙәтхананы «Звартноц» тип атай: «Бында „Звартноц“ тип аталған сиркәү төҙөлгән, был күк яугирҙәре өйөрө тигәнде аңлата (күк фәрештәләре буласаҡ ғибәҙәтхана урынына аң таратыусы изге Григорийға киләләр»)[1]

Камсар Аветисян үҙенең «Арменоведческие этюды» китабында былай тип яҙа: «...шулай тип атала (сиркәү), сөнки ул күктәге уяу булған фәрештәләргә бағышланған, әрмәнсә бит „звартун“ элек шулай уҡ „фәрештә“ тигәнде аңлатҡан. Шулай итеп, Звартноц „Фәрештәләр ғибәҙәтханаһы“» тигәнде аңлата[2]

Тик Себеос ғибәҙәтхананы Звартноц кеүек телгә ала, шул уҡ ваҡытта башҡа йылъяҙмасылар уны Вагаршапаттағы изге Григорий ғибәҙәтханаһы тип атайҙар.

Звартноц архитектураһының йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

VII быуаттың икенсе яртыһында ҡомартҡыларҙа Звартноцтың йоғонтоһо асыҡ күренә — Аручала, Таллинда, Зораворҙа, Егвардала ғибәҙәтханалар; XXI быуаттарҙа Хцконк һәм Мармашен монастырҙарҙа сиркәүҙәр. Банакта ғибәҙәтхана һәм Анила Гагикашен ғибәҙәтханалары, шулай уҡ Лекит ауылында сиркәү Звартноцтың күсермәһен ала[3].

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Линецкий А. В., Двуреченских В. А., Гаспарян М. Ю., Родина Е. Ю., Делба В. В., Акимов П. А., Давыдов А. В., Жосану П. А., Еропкина Е. Г., Непочатой Д. А. Оценка историко-культурного наследия Армении. — Москва: Тровант, 2010. — С. 201-211. — 744 с.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әрмән архитектураһы
  • Әрмәнстан Мәҙәниәте

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]