Земляк Василий Сидорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Земляк Василий Сидорович
укр. Василь Сидорович Земляк
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 23 апрель 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Конюшевка[d], Подольск губернаһы[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 17 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (53 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле украин теле
Һөнәр төрө яҙыусы, прозаик, сценарий яҙыусы
Уҡыу йорто Полесский национальный университет[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр хикәйә, повесть[d], роман һәм сценарий[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
 Земляк Василий Сидорович Викимилектә

Василий Сидорович Земляк (ысын исеме һәм фамилияһы — Вацлав Вацек ; укр. Василь Сидорович Земляк; 1923 йыл1977 йыл) — украин совет яҙыусыһы, киносценарист.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Земляк Василий Сидорович 1923 йылдың 23 апрелендә Конюшевка ауылында (хәҙер Украинаның Винница өлкәһе Липовец районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы яғынан нәҫеле Чехиянан, унан 1874 йылда буласаҡ яҙыусының олатаһы күсеп килгән. Чех ете йыллыҡ мәктәбен яҡшы билдәләренә тамамлай. Мәктәптә үк беренсе шиғырҙарын, хикәйәләрен һәм пьесаларын яҙа. Урта мәктәпте тамамлағас, Харьков авиация училищеһына уҡырға инә. Әммә һуғыш уҡыуын туҡтата: ун һигеҙ йәшлек егет фронтҡа эләгә.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Партизан отрядында була, партизан взводының командиры, ә ваҡыт үтеү менән А.В. Суворов исемендәге атлылар отрядының командиры булып һуғыша.

1949—1953 йылдарҙа Житомир ауыл хужалығы институтында ситтән тороп уҡый, гәзиттә, А. П. Довженко исемендәге киностудияла эшләй. 1963—1966 йылдарҙа Киев киностудияһының баш мөхәррире. 1964—1969 йылдарҙа уның сценарийҙар оҫтаханаһы етәксеһе.

1977 йылдың 17 июлендә вафат була. Киевтә Байков зыяратында ерләнә.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылда баҫыла башлай. Василь Земляктың әҫәрҙәренең төп темаһы — игенселәрҙең ауыр яҙмышы, һуғыштан һуңғы совет ауылының емереклектәрен тергеҙеү проблемалары, тыуған ергә, Совет тыуған иленә һөйөү раҫлау, , күптән булмаған хәрби үткәне, немец оккупанттары менән партизандар көрәше.

Һайланма библиографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Василь Земляк — хикәйәләр, повестар һәм романдар авторы. Яҙыусының исеме баҫмала «Родная сторона» (1956) һәм «Каменный брод» (1957) повестарының барлыҡҡа килеүенән һуң йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итә, улар һуғыштан һуңғы украин ауыл темаһына арналған.

  • «Гневный Стратион» (1960),
  • «Підполковник Шиманський» (1966),
  • роман-дилогия «Лебедина зграя» (1971) и «Зелені млини» (1976),
  • трагедия «Президент» (1974—1976),
  • «Тихоня» һ.б..

Киносценарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Люди моєї долини» (1960, в соавт.);
  • «Новели Красного дому» (1963);
  • «Дочь Стратиона» (1964, в соавт.);
  • «На Киевском направлении» (1967, соавтор и режиссёр В. Т. Денисенко);
  • «Тяжёлый колос» (1969, в соавт.);
  • «Дерзость» (1971);
  • «Вавилон XX» (1980, соавтор и режиссёр И. В. Миколайчук).
  • киносценарии «Олесь Чоботар», «Останній патрон».

Бынан тыш, новеллалар һәм шиғырҙар яҙа, әҙәби тәнҡитсе һәм публицист булараҡ сығыш яһай.

Земляктың төп әҫәрҙәре СССР халыҡтарының бик күп телдәренә, шулай уҡ инглиз, болгар, поляк, чех, немец, румын, венгр телдәренә тәржемә ителгән.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Киевта яҙыусы эшләгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
  • Байков зыяратының В.Земляк ҡәберендә бюсы ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сценаристы советского художественного кино. — Москва, 1970. — С. 144.
  • Шевченківські лауреати. 1962—2001: Енциклопедичний довідник / Автор-упорядник Микола Лабінський. — К.: Криниця, 2001. — С. 187—189.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]