Зорина Вера Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зорина Вера Васильевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1853[1]
Вафат булған көнө 1903[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
 Зорина Вера Васильевна Викимилектә

Зорина Вера Васильевна (ысын фамилияһы — Попова; 18531903) — рәсәйҙең оперетта артисы, йырсы (меццо-сопрано), сиған романстарын башҡарыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сауҙагәрҙәр ҡатламынан барлыҡҡа килә. Сәхнә эшмәкәрлеген Тулала 1876 йылда башлай. 18771885 йылдарҙа Мәскәүҙә М. В. Лентовский театры нда уйнай, тулыһынса популяр романстарҙан төҙөлгән «Цыганские песни в лицах» опереттаһында Стеша партияһын башҡарып айырыуса дан ҡаҙана[2]. Ижады нда Александр Давыдов менән хеҙмәттәшлектә рус опереттаһында Зорина «сиған жанр»ына нигеҙ һалыусы була. Зоринаның башҡа популяр партиялары араһында Оффенбахтың «Перикол» әҫәрендәге төп роле бар. Лентовскийҙың инициативаһы буйынса Зорина Кесе театр «Сиған таборы»на ҡатнашыу өсөн йәлеп ителә, уның сығышы рецензентта нәфрәт тыуҙыра, ә тамашасыларҙың дәррәү хуплауына лайыҡ була: Кесе театр үҙенең классик сәхнәһендә сиған көйҙәрен йырлатыуҙы кисерә алмай, шунлыҡтан Лентовский үҙенең барлыҡ театр предприятиеһы менән был театрҙы ташлап китергә мәжбүр була[3]. Һуңыраҡ Леонтовский В. В. Зоринаны үҙенең артабанғы башланғыстарына хеҙмәттәшлеккә йәлеп итә: Ботаника баҡсаһындағы гала-спектаклендә уйната (1877), Солодовников театрында, «Эрмитаж» театрында (1878), Яңы театрҙа (1882) һәм башҡа театрҙарҙың спектаклендәрендә уға ролдәр бирә. 1886 йылдан алып Зорина В. В. Киев, Петербург, Мәскәү ҡалаларында антрепризаларҙа сығыш яһай.

Театр энциклопедияһы, Вера Васильевна Зорина «матур тауышҡа эйә, йырлау манераһы дәртле һәм тасуири»[4], тип билдәләй. Варвара Панина менән бер рәттән, В. В. Зорина сиған романстарының классик башҡарыусыһы була.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France M. A. Zorina // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Эстрада в России. XX век: Энциклопедия. — Olma Media Group, 2004. — С. 578.
  3. Лентовский на Кругосвет.ру
  4. Театральная энциклопедия. Гл. ред. П. А. Марков. Т. 2 — М.: Советская энциклопедия, Гловацкий — Кетуракис, 1963, 1216 стб. с илл., 14 л. илл. (стб. 805)