Ивченко Евгения Гордеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ивченко Евгения Гордеевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Екатеринбург, Пермь губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 29 март 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Сталин премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Евгения Гордеевна Ивченко (6 декабрь 1918 йыл, Екатеринбург — 29 март 2005 йыл, Өфө) — ғалим-химик-технолог. Техник фәндәр кандидаты (1969). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969) һәм атҡаҙанған нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ивченко Евгения Гордеевна 1918 йылдың 6 декабрендә Екатеринбург ҡалаһында тыуған

1941 йылда С. М. Киров исемендәге Урал индустриаль институтын тамамлай (Свердловск).

Институтты тамамлағандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы булып эшләй (1954 йыл), 1947 йылдан — цех начальнигы, 1951 йылдан — баш инженер урынбаҫары.

1954 йылдан алып Өфө нефть сәнәғәтенең ғилми-тикшеренеү институтында лаборатория етәксеһе, 1956—1982 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: нефттәрҙең физик‑химик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә һәм асыҡ төҫтәге нефть продукттары (бензиндар, кәрәсиндәр, дизель яғыулығы һ.б.) сифатын күҙаллауға арналған. Ивченко ҡатнашлығында составына һәм сифатына ҡарап нефть эшкәртеүҙең төрлө схемалары, шул иҫәптән авиация бензинына юғары октанлы компонент (изопропилбензол) алыу процесы эшләнә, улар республика НЭЗ‑дарында етештереүгә индерелә.

2005 йылдың 29 мартында Өфө ҡалаһында вафат була

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

60 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 4 моногрфия һәм 1 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950).— авиация бензинына юғары октанлы компонент (изопропилбензол) алыу процесы өсөн
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1948)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1966)
  • СССР-ҙың почётлы нефтехимигы (1981).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]