Эстәлеккә күсергә

Илембәтов Вәлит Хәлит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илембәтов Вәлит Хәлит улы
Тыуған ваҡыты:

01.11.1956

Тыуған урыны:

БАССР-ҙың Ейәнсура районы Яныбай ауылы

Һөнәре:

филолог

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары:

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002)

Илембәтов Вәлит Хәлит улы (1 ноябрь 1956 йыл) — эстрада артисы, шағир, ғалим-филолог. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисы, шул иҫәптән 1990 йылдан — «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» төркөмөнөң (2004 йылдан эстрада сатира театры) художество етәксеһе. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002).

Вәлит Хәлит улы Илембәтов 1956 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Яныбай ауылы ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын һәм аспирантураны тамамлай. Филология фәндәре кандидаты, 1998 йылда «Башҡорт йырҙарының шиғриәте» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Күп яҡлы артислыҡ һәләтенә эйә, төрлө интермедияларҙа йөҙләгән образ тыуҙыра, алып барыусы сифатында республиканың билдәле композиторҙарының, шағирҙарының, музыканттарының ижади кисәләрен үткәрә.

Вәлит Илембәтов – сатирик хикәйәләр, шиғырҙар, интермедиялар, скетчтар, сценарийҙар, популяр йырҙар текстары авторы. 1990 йылда «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» сатирик дуэтын һәм шул уҡ исемдәге эстрада төркөмөн төҙөү инициаторы була. Оҙаҡ ваҡыт башҡорт халыҡ ижадына арналған «Сәсән» театрлаштырылған телевизион тапшырыуын алып бара.

Композиторҙар Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡалар Илембәтов шиғырҙарына йырҙар яҙған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1992)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002)