Император Николай Икенсенең Томск технология институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Император Николай Икенсенең Томск технология институты
Нигеҙләү датаһы 1896
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Томск
Урын Томск
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917

Томск технология институты — Рәсәй империяһының юғары техник уҡыу йорто[1]. Институт Рәсәй империяһының Себер территорияһындағы икенсе юғары уҡыу йорто була.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институтҡа 1896 йылда Халыҡ мәғарифы министрлығы тарафынан «Император Николай II Томск технология институты» булараҡ нигеҙ һалына. 1896—1902 йылдарҙа архитектор Р. Р. Марфельд проекты буйынса университеттың төп бинаһы төҙөлә.

Томск технология институтының генераль планы

1896 йылдың 19 июлендә институттың тәүге ташы һалына, төҙөлөш эштәре дүрт йылл дауам итә.

Себерҙә инженерҙар әҙерләү зарурлығы тураһында мәсьәлә 1895 йылдың 25 июнендә ул ваҡыттағы министр Н. П. Деляновтың Көнбайыш-Себер округы попечителе В. М. Флоринскийға ошо турала яҙған хатынан башлана. Бындай зарурлыҡ Себер тимер юлы һалыныу менән Себерҙең үҫеш перспективалары менән дә күҙаллана, шулай уҡ урындағы зыялыларҙың Себер байлыҡтарын тикшереү, уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм сәнәғәт тормошо үҫеше өсөн тәбиғи база булараҡ Себер Юғары техник мәктәбен ойоштороу тураһында фекере төйнәлеүе сәбәп була.[2]

1895 йылдың 11 ноябрендә ошо мәсьәлә буйынса Томскиҙан алынған материалдар Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында ойошторолған махсус комиссияла ҡарала һәм Себер өсөн кәрәкле инженер-техниктарҙы әҙерләү өсөн Томскиҙа үҙ аллы, ике — электротехника һәм металлургия көсәйтеп уҡытылған инженер-төҙөлөш һәм химия-техник — бүлектән торған Технология институтын ойоштороу тураһында ҡарар сығара. Комиссия институт төҙөү шһәм ҡорамалдар өсөн 1 700 000 һум бирергә кәрәклеген билдәләй.

Томскиҙа Технология институтын асыу тураһындағы мәсьәлә икенсе тапҡыр ҡаралыуға дусар була һәм яңы комиссия беренсе комиссияның ҡарарын раҫлай, биналар (төп корпус, физика һәм механика лабораторияһы, химия лабораторияһы, химия оҫтаханаһы һәм торлаҡ корпустары) төҙөү өсөн сығымдар күләмен 1 262 609 һум тип билдәләй, ҡорамалдарға — 351 000 һум, проект, смета төҙөүгә, юлға 61 000 һум, дөйөм сумма −1 650 000 һум.

Комиссия төҙөлөштө 1896 йылдың яҙында башлауҙы һәм уны 1902 йылда тулыһынса таммалауҙы күҙаллай, әммә институтының 1 курсы өсөн уҡыуҙарҙы 1900 йылдың көҙөндә үк башларға мөмкин була. Комиссияның был ҡарары 1896 йылдың 12 мартында һуңғы инстанцияла раҫлана, шуға күрә Томск технология институтының нигеҙләнеү датаһы ошо ваҡыттан һанала.

Инстиут 1900 йылдың 12 июнендә Ғали йәнәптәре ҡушыуы буйынса асыла. уҡыу 9 (22) октябрҙә башлана. Институтты булдырыуҙа, бигерәк тә уның химия бүлеген асыуҙа Д. И. Менделеев әүҙем ҡатнаша. 1900 йылдың октябрендә химия һәм механика бүлеге, 1901 йылдың авгусында — тау бүлеге, 1902 йылдың авгусында инженер-төҙөлөш бүлеге асыла.

Беренсе курсҡа 203 кеше алына. Артабанғы йылдарҙа студенттар һаны арта бара.

Император Николай II Томск технология институты студенттары һаны[3]
Йыл 1900-1901 1902 1903 1904 1905 1906 1907 1908 1909 1910 1911 1912 1913 1914 1915 1916 1917
Студенттар һаны 203 591 812 954 954 1196 1440 1513 1597 1474 1346 1112 1176 1184 1249 1142 479
Император Николай II Томск технология институты студенттарының ҡатлам составы[3]
Ҡатлам 1903 1909 1915
Дворян һәм чиновник балалары 169 465 558
Руханиҙар балалары 43 65 44
Почетлы граждандар һәм сауҙагәр балалары 71 160 117
Мещан һәм цеховой балалары 173 565 424
Казак балалары 17 36 29
Крәҫтиән балалары 62 250 269
Сит ил балалары 6 6 5
Башҡалар 50 50 50


Институттың беренсе директоры итеп 1899 йылда профессоры Е. Л. Зубашев тәғәйенләнә һәм был вазифала 1907 йылға тиклем була[4].

1908 йылда беренсе сығарылыш үткәрелә, шул иҫәптән сығарылыш курсын киләсәктә билдәле ғалим һәм белгестәр буласаҡ Дмитрий Стрельников Михаил Усов, Василий Хрущев һ. б. тамамлай.

Институт директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 18991907 Е. Л. Зубашев
  • 19071911 В. П. Алексеевский
  • 19111916 Н. И. Карташев
  • 19161919 И. И. Боборыков

1917 йылда «Император Николай II Томск технология институты» «Себер Томск технология институты» тип үҙгәртелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]