Инйәр (йылға)

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Инйәр
(урыҫ. Инзер)
Белорет районыИнйәрҙең Ғәбдүк ауылы янындағы  күренеше
Белорет районыИнйәрҙең Ғәбдүк ауылы янындағы күренеше
Характеристика
Оҙонлоғо 307 км
Бассейн майҙаны 5 380 км²
Бассейн Каспий диңгеҙе
Йылға бассейны Эҫем, Ағиҙел, Кама, Волга
Һыу сығымы 67,7 м³/с (тамағанда)
Һыу ағымы
Инеше Оло Инйәр һәм Кесе Инйәр ҡушылған ерҙә
 · Урынлашҡан ере Инйәр ҡасабаһы
 · Географик коордиталалары 54°14′12″ т. к. 57°34′24″ кс. о. (G) (Я)
Тамағы Эҫем
 · Урынлашҡан ере Асканыш (Иглин районs)
 · Географик координаталар [[Категория:Билдәһеҙ илдәр|Рәсәй]_scale:100000 54°30′45″ т. к. 56°30′31″ кс. о.] (G) (Я)
Урынлашҡан ере
Ағиҙел бассейны
Ағиҙел бассейны
Ил Рәсәй
Төбәк Башҡортостан
Инйәр Викиһаҡлағыста
Белорет районы Ғәбдүк ауылы янында Инйәр күренеше

Инйәр — йылға, Эҫемдең һул ҡушылдығы (Кама йылғаһы бассейны). Башҡортостандың Белорет һәм Архангель райондары аша аға. Башланған урыны — Белорет районы Инйәр ауылынан 1 километр төньяҡта. Оло Инйәр менән Кесе Инйәр ҡушылып Инйәр йылғаһын барлыҡҡа килтерәләр. Оҙонлоғо — 307 километр. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу, Асҡын кеүек эреле-ваҡлы бик күп йылғалар, шишмәләр, инештәр ҡоя. Архангель, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигендә Эҫем йылғаһына һул яҡтан ҡоя. Хәҙерге мәлдә бассейнының майҙаны 1030 км2 иҫәпләнә, алтмыш йыллап элек иһә 1650 км2 булған.


Кесе Инйәр Ямантау һырттарының көнбайышындағы Машаҡ һәм Нары тауҙары араһынан сыға ла, эргә-тирәләге һыуҙарҙы йыя-туплай, көньяҡҡа ағып китә. Ямантауҙың иң бейек түбәһе тапҡырына еткәнендә ул аръяҡта, көнсығыш тарафта, Комарҙаҡ итәктәрендә үҙенә аҙаш тағы бер йылғаның көньяҡҡа ағып барғанын, үҙе кеүек үк шаршыларҙа шарлағанын белмәй ҙә. Ҡушылғандарына тиклем оҙонораҡ юл үткәне өсөн быныһын Оло Инйәр тип атағандар.

Ике Инйәр ҙә оҙон тарлауыҡтар хасил итә, бейектә уларҙы суҡайышҡан ҡаялар, кәбәндәй таштар, ҡайын-ҡарағайҙар ҡарап-күҙәтеп тора.

Инйәрҙе Башҡортостандағы иң үҙенсәлекле йылға иткән сифаттарҙың береһе — уның шаршыларға (шарлауыҡ), тупһаларға бай булыуылыр, моғайын. Белорет районының Манышты ауылынан түбән, Инйәргә уңдан Төлмәй ҡушылған арала — иң ҙур тәүге тупһа, иң көслө тәүге шаршылаҡ. Ағым бик шәп бында, йылға ярайһы уҡ текәгә түбәнләй. Тағы ла бер ҙур шаршылыҡты үткәс, киң генә ятыуға сыға, тәрәнлеге 5—7 метрҙарға етә. Инйәр бер аҙға ҡапыл ғына тынысланып ҡалғандай, хәл йыйғандай.

Ә күпме балыҡ ятыуҙа! Ул бәрҙеһе, суртаны, алабуғаһы, сабағы...

Белорет районы Асы ауылы тирәһендә минераль һыу сығанаҡтары бик күп. Асынан түбәндәрәк Инйәр текә ҡаяларға барып терәлә лә ҡапыл көньяҡҡа борола, ошо урында эреле-ваҡлы мәмерйәләр осрай.

Шаршыларҙан шаршыларға һикереп, Инйәр Елмерҙәк ҡыҫаларынан ысҡына ла Йөйәк ауылы тирәһендә әҙерәк ирәбеләнеп китә, ләкин тигеҙлектәргә еткәнсе байтаҡ барырға әле.


[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
  • Аҫылғужа Баһуманов. Башҡортостан календары 2008 йылға.
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә