Сабаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сабаҡ
Blausteinsee Tierwelt 03.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Rutilus rutilus (Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg En:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 19787
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   163761
NCBI   48668
EOL   205274

Сабаҡ — һаҙандар ғаиләһенә ҡараған күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы; ҡыҙыл күҙле,көмөш тәңкәле,алһыу ҡанатлы йылға балығы. Ҙурлығы 7 см тирәһе, ауырлығы Бер нисә грамм самаһы.

Тубыл, Иртыш йылғаларында, Себер һәм Урал күлдәрендә киң таралған. Табан балыҡ ҡайҙа йәшәй, ул да шул йылға-күлдәрҙә, быуаларҙа, һыу ятҡылыҡтарында йәшәй.

Иртә яҙ сабаҡ ярға һынына. Үләндәр морон төртөү менән йылға ҡултыҡтарына, ҡамыш араһына һыйына. Эре сабаҡ тоноҡ урындарҙы һайлай.

Апрель-июнь айҙарында ыуылдырыҡ сәсә.

Йәй сабаҡ төрлө тәрәнлектә йәшәй, һыу өҫтөнә лә күтәрелә.

Һыу ятҡылыҡтарында берсә башын һыуҙан күтәреп, берсә ҡабырғаһын ҡояшта ялтыратып йөҙөп йөрөгәнен күҙәтергә мөмкин. Өҫкә ҡарап торған ауыҙы менән ул һыуға төшкән бөжәктәрҙе ашай. Сабаҡтың яратҡан емдәре байтаҡ. Яҙ ул ҡыҙыл һәм тиреҫ селәүсененә, ҡыҙыл ҡортҡа, ҡабыҡ ҡүңғыҙҙары ҡарышлауыҡтарына, ә йәй таңдан алып кискә тиклем сиңерткә, икмәк йомшағына, себенгә, төрлө ҡарышлауыҡтарға ҡаба. Сабаҡты яҡты төндә лә, болотло көндә лә ҡармаҡларға була.

Ссылки[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Нафиҡов Ш.В. Һыу буйында балыҡсы. Өфө: Башҡортостан "Китап" нәшриәте, 1997.