Исем мәктәбе (Күгәрсен районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исем мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1926
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Күгәрсен районы һәм Исем
Рәсми сайт isimovo1school.02edu.ru
Карта

Исем мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Исем ауылында Ленин урамы, 81 адресы буйынса урынлашҡан уҡыу йорто

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәп тарихы 1914 йылда башлана. 1926 йылда мәктәп рәсми статус ала. 1934 йылда Һарытауҙа мәктәп бинаһы төҙөлә һәм 1940 йылда Исем ауылына күсерелә. Шул уҡ йылда мәктәп ете йыллыҡ мәктәпкә әйләнә.

1953 йылда ике һигеҙенсе класс асыла, улар Назаркин урта мәктәбенең филиалдары була. 1954 йылдан урта мәктәп итеп үҙгәртелә.

Унынсы синыф уҡыусыларының беренсе сығарылышы 1956 йылда (60 уҡыусы) була.

1970 йылдан кабинет системаһына күсә башлайҙар. Етмешенсе йылдар уртаһында мәктәптә уҡыусылар айырыуса күп була. 1976 йылда — 121, 1978 йылда — 100, 1979 йылда — 106 сығарылыш уҡыусыһы була. 2012—2013 йылдарҙа мәктәпкә капиталь ремонт[1] үткәрелә[2].

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Спиридонова Клавдия Федоровна — 1994 йылдан
  • Кузнецова Татьяна Александровна — 2008 йылдан
  • Көсөкбаев Ринат К. — 2019 йылдан[3].

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Спиридонова Клавдия Федоровна — «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы». Был мәктәптә 1965 йылдан алып эшләй, тәүҙә немец теле уҡытыусыһы, һуңынан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1985 йылдан алып кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы була.
  • Кузнецова Татьяна Александровна
  • Сажнева Лилия Ягафаровна — директоры урынбаҫары, география уҡытыусыһы
  • Семенова Лира Ринат ҡыҙы — уҡытыусы
  • Вәлишина Юлия Олеговна — инглиз теле, информатика уҡытыусыһы
  • Ғәипйәнова Альбина Альберт ҡыҙы — башланғыс кластар, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы
  • Ишҡыуатова Гөлназирә Ғәли ҡыҙы — тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
  • Кулагин Василий Александрович — биология һәм химия уҡытыусыһы
  • Пантелеева Рәзилә Мәрүәр ҡыҙы— башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Сәйетбаталов Риф Зәки улы — физкультура уҡытыусыһы
  • Сәлихов Тәлғәт Хөснул улы — физика һәм математика уҡытыусыһы
  • Юлтина Зөлфиә Зәкирйән ҡыҙы — башҡорт теле уҡытыусыһы
  • Абдрахманова Флүзә Ғәйзулла ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Иванов Сергей Николаевич — тормош хәүефһеҙлеге, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
  • Кошкина Любовь Ивановна — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Көсөкбаев Ринат К. — физкультура уҡытыусыһы
  • Семенова Лира Ринат ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Яҡупова Люция Зәкәриә ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы[4]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәптең ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа с. Исимово](недоступная ссылка)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]