Ихсанов Максим Фирҙәүес улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Максим Ихсанов Биатлонист
Дөйөм мәғлүмәт
Тулы исеме

Максим Фирҙәүес улы Ихсанов

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

31 май 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (38 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Пермь ҡалаһы

Йәшәгән урыны

Рәсәй, Пермь крайы, Пермь ҡалаһы

Буйы/Ауырлығы

180 см / 78 кг

Белеме

юғары

Миҙалдар

Биатлон
Универсиада
Бронза Турин 2007 эстафета 4x7,5 км

Ихсанов Максим Фирҙәүес улы (31 май 1985 йыл) — Рәсәй биатлонсыһы һәм биатлон буйынса тренер. Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадының бронза призёры, IBU кубогы этабы призёры, Рәсәй чемпионы. Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Максим Фирҙәүес улы Ихсанов 1985 йылдың 31 майында Пермь ҡалаһында тыуған.

2002 йылдан биатлон менән шөғөлләнә башлай, быға тиклем Пермь крайында «Добрянка» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә һәм «Молот» спорт клубында саңғы спорты менән мауыға. Пермь ҡалаһы һәм «Динамо» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай. Тренерҙары — В. М. Конин, И. А. Каринцев, В. Б. Власов, С. А. Коновалов.

2001 йылда саңғы ярыштары буйынса «Надежда» («Өмөт») бөтә Рәсәй турнирында 2-се урын яулай. 2004 йылда биатлон буйынса Рәсәй уҡыусыларының 1-се ҡышҡы Спартакиадаһы еңеүсеһе була.

2005 йылда Новосибирскиҙа уҙғарылған биатлон буйынса юниорҙар араһында Европа чемпионатында ҡатнаша, спринтта 10-сы урын һәм эҙәрлекләү ярышында 14-се урын биләй.

2007 йылғы Бөтә донъя ҡышҡы Универсиадында Рәсәй йыйылма командаһы составында эстафетала бронза миҙалын яулай, шулай уҡ шәхси уҙышта 19-сы урын, спринтта 10-сы урын һәм эҙәрлекләү ярышында 8-се урын биләй.

2007 йылда Пермь крайы Чайковский дәүләт физик культура институтын тамамлай.

2009/10 һәм 2010/11 миҙгелдәрҙә IBU кубогы ярыштарында ҡатнаша. Иң яҡшы һөҙөмтә — 2010/11 миҙгелендә Бейстостолен этабында уҙғарылған спринтта 3-сө урын яулай[1].

Рәсәй чемпионаттарында 2009 йылда Пермь крайы йыйылма командаһы составында (Виталий Норицын, Сергей Клячин, Артем Ушаков менән берлектә) алтын миҙалдарға лайыҡ була, 2010 йылғы чемпионатта шәхси уҙышта бронза призеры була. Шулай уҡ йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионатының призеры була[2].

Спорт карьераһы тамамланғандан һуң тренер эшенә күсә. 2012 йылда Рәсәй йыйылмаһы тренерҙар штабы составына инә[3]. 2016 йылға ҡарата — Рәсәй йыйылмаһының резервы буйынса өлкән тренер[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]