Ишбулатов Рөстәм Хажиәхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рөстәм Ишбулатов
Тыуған көнө

29 октябрь 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Өйҙөрәкбаш ауылы

Вафат булған көнө

18 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (32 йәш)

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Эшмәкәрлеге

хәрби эшмәкәр

Атаһы

Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы

Әсәһе

Бибизәйнәп Камалбай ҡыҙы

Ишбулатов Рөстәм Хажиәхмәт улы (документтарҙа рус. Ижбулатов Рустем Ахметович; 29 октябрь 1905 йыл — 18 апрель 1938 йыл) — хәрби хеҙмәткәр. 1934 йылдан Ҡара диңгеҙ флотының һыу аҫты кәмәләре дивизионы командиры, 3-сө ранг капитаны. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Хажиәхмәт (Әхмәт) улы Ишбулатов 1905 йылдың 29 октябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы) Өйҙөрәкбаш ауылында Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы ғаиләһендә тыуған. Милләте — башҡорт[1].

Хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға керә һәм уны 1928 йылда тамамлай.

1934 йылда Севастополь Юғары диңгеҙ команда училищеһын тамамлай.

«3-сө ранг капитаны» званиеһын ала. Артабан Ҡара диңгеҙ хәрби флотында «Париж Коммунаһы» (рус. «Парижская Коммуна») флагман һыу аҫты кәмәһе башлығындағы һыу аҫты кәмәләре дивизионы менән командалыҡ итә. Уның экипажы Ҡара диңгеҙ хәрби флоты һынауҙарында еңеүсе була.

1937 йылдың 21 сентябрендә, армия һәм флотта барған «таҙартыуҙар» барышында, Рөстәм Ишбулатовты 1936 йылдан «хәрби-фашист заговорында» ҡатнашыуҙа һәм «һыу аҫты кәмәләренең хәрби әҙерләүҙә емергес эш алып барыуҙа» ғәйепләйҙәр һәм ҡулға алалар. СССР Юғары Судының Хәрби Коллегияһы РСФСР Енәйәт кодексының 58-1 «б», 58-8 һәм 50-11 статьялары буйынса уны атыуға, хәрби званиеһынан мәхрүм итеүгә һәм милкен конфискациялауға хөкөм итә. 1938 йылдың 18 апрелендә атыла. 1967 йылдың 6 июлендә аҡлана.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы — Ишбулатов Хажиәхмәт Исхаҡ улы (1851—1921), генерал-майор, Башҡорт айырым корпусы командующийы, 1-се Башҡорт пехота дивизияһы начальнигы.

Әсәһе — Бибизәйнәп, Бохара сауҙагәре Камалбай Ядгаровтың ҡыҙы.

Ағаһы — Сәйетгәрәй (1904—1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Өфө моторҙар эшләү заводы хеҙмәткәре.

Һеңлеһе — Миәссәр (1907—1964), Мәскәү медицина институтының ике курсын тамамлай, Ҡырымда йәшәй, 1926 йылда Башҡортостанға ҡайта.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Книга памяти Республики Башкортостан

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]