Ишембай районы һыу объекттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишембай районы һыу объекттары
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы

Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының гидрографияһы географик урыны менән, Ағиҙел йылғаһы бассейнында урынлашыуы һәм таулы райондар булыуы менән билдәләнә.

Йылғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район буйынса 90-ға яҡын йылға аға. Уларҙың иң ҙурҙары: — Ағиҙел, Һәләүек, Егән, Тәйрүк, Үрек[1].

Күлдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғи һәм яһалма күлдәр Туғар-Салған (Туғарсалған[2][3] (шулай уҡ Туғар Салған[4][5][6][7] (урыҫса Тугарсалган), экологтарҙа Туғар-салған[8][9])), Соленый, Ат күле, Ишембай карьеры (Стәрлетамаҡ районында).

27 быуа иҫәпләнә. Иң эреләре: Ромадановка быуаһы (Ромадановка ауылы, Торғаҫ йылғаһын быуып эшләнгән), Татьяновка быуаһы (Татьяновка ауылы), Торғаҫ быуаһы (Торғаҫ ауылы), Ураҙбай быуаһы (Ураҙбай ауылы).

Һаҙлыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағиҙел йылғаһының һул яҡ яр буйы һыубаҫар туғайын исемһеҙ һаҙлыҡтар биләй.

Маҡар урмансылығының (райондың таулы урманлы өлөшө) ярайһы ҡуйы гидрографик селтәре тупраҡтың яҡшы дренимлылығын (тупраҡтың дымлылығын нормала тота алыу һәләтлеген) билдәләй. Шуға күрә, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарындағы айырым түбән урындарҙан тыш, тау тайгаһында һаҙмат юҡ. Урман хужалығы урынлашҡан биләмәлә Васильевский, Күтәренке, Тау, Көҙән — 1; 2, Маҡар, Оло-Һаҙбаш, Хазан һаҙлыҡтары урынлашҡан. Улар һыу ятҡылыҡтарын туҡландыралар һәм һаҡланырға тейештәр.

Шарлауыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡар ауылы янында Ҡаран-Йылға, Кургунтуй, Ҡуҡрауыҡ шарлауыҡтары урынлашҡан. Күкҡарауыҡ (Ҡуҡрауыҡ) шарлауығы Ишембай районының Маҡар ауылынан ете саҡрым ситтә урынлашҡан. Яҙғы ташҡындар ваҡытында бар үҙәнде тыуышы менән тултыра, йәй айҙарында тынып ҡала. Атамаһы ла «күкрәү», «күкрәүек» һүҙенән алынған[10]. Шарлауыҡтың атамаһы буйынса тағы ла бер фараз: исем ҡуҡрайыу һүҙенән дә алыныуы ихтимал, сөнки был тәбиғәт ҡомартҡыһы Кәлимосҡан ҡаяһына ҡаршы ғына ҙур-ҙур таштарын ҡабартып, ҡуҡрайып ултыра (ҡуҡрайыу — (Р.: торчать; И.:protrude; Т.: ҫikik olmak))[11]. Шарлауыҡ 10-12 метрлыҡ бер нисә һикәлтәнән тора. Яҙ айҙарында был һикәлтәләрҙән һыу 15-20 метрға тиклем атыла, тауышы хатта 5-6 километрҙан да ишетелеп тора.

Айырыуса һаҡланған биләмәләр (ООП)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡуҡрауыҡ шарлауығы — гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Маҡар ауылынан ете саҡрым ситтә урынлашҡан. (БАССР Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се номерлы ҡарары).

Тирмән-Таш мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе — геологик тәбиғәт ҡомартҡылары, Хажи ауылына яҡын урынлашҡандар, майҙаны — 100 га (БАССР Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се номерлы ҡарары).

Туғарсалған күле һәм уның эргә тирәһе — комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ҡурсаулыҡ урыны майҙаны 100 гектар (БАССР Министрҙар Советының 1985 йылдың 26 декабрендәге 212-се номерлы ҡарары). Туғарсалған күле Ишембай ҡалаһынан 7 км алыҫлыҡта Торатау тауы итәгендә урынлашҡан. Тәрән һыулы карст күле ҙур фәнни (гидрогеологик) әһәмиәткә эйә.

Ағиҙел йылғаһы бассейнында һыу һаҡлау зонаһы бар (1992 йылдан).

Төрлө категориялы айырыуса һаҡланған биләмәләр булдырыу өсөн перспективалы ҡиммәтле тәбиғәт биләмәләре

Ағиҙел йылғаһы үҙәне. («III Интернационал», «Искра» колхоздары. «Маяҡ» совхозы)

Һәләүек йылғаһы үҙәне. («III Интернационал», «С. Юлаев», «Ағиҙел», «Коммунар», «Родина» колхоздары. Маҡар урман хужалығы. Верхоторский урмансылығы, 3 кв. (ОЗУЛ))

Егән йылғаһы буйынса урман һәм үҙән. (Ленин, Әрмет колхоздары. Маҡар урман хужалығы. Шихан урмансылығы, 48, 50-53 кв. өлөштәре. Маҡар урмансылығы, 60-67 кв. өлөштәре), Тор йылғаһы буйынса урман һәм үҙән, Рәүҙәк йылғаһы буйынса урман һәм үҙән (Оло һәм Кесе Рәүҙәк ҡушылдыҡтарын да индереп), Үрек йылғаһы буйынса урман һәм үҙән.

Йылға буйы урмандары: Һикәҙе йылғаһы буйлап, (Әрмет колхозы), Ямаш йылғаһы буйлап, Оло Нөгөш йылғаһы буйлап, Оло Шешәнәк йылғаһы буйлап.

Дауалау-һауыҡтырыу сығанаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Райондың шишмәләре араһында айырыуса баһаланалар: Берғамыт һәм Исемһеҙ (Хажы ауылы эргәһендә), Изге шишмә (Скворчиха ауылы), Тереһыу (Арлар), Ресторан (Ҡолғона ауылы), Селтербей-Урта-Таш (Маҡар ауылы), Ҡайнауыҡ (Һарғай ауылы), Аллағыуат шишмәһе (Маҡар ауылы). Был шишмәләр дауалау-һауыҡтырыу сифатына эйә булған һыу сығанаҡтары

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең академик һүҙлеге. IV том. Өфө. 2012. Китап. Т. 10 000. 943 б.
  • Башҡорт теленең академик һүҙлеге. V том. Өфө. 2013. Китап. Т. 3100. 887 б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Туристский паспорт города Ишимбая и Ишимбайского района (pdf). Официальный портал города Ишимбая. Дата обращения: 10 ғинуар 2012. Архивировано 24 ғинуар 2012 года. 2020 йыл 22 июнь архивланған.
  2. Реестр наименований географических объектов на территорию Республики Башкортостан по состоянию на 26.09.2016 2014 йыл 26 декабрь архивланған.
  3. Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
  4. ОЗЕРО ТУГАР-САЛГАН 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
  5. Озеро Тугар-Салган и его шихан-покровитель, отдых на озере в Башкирии
  6. Озеро Тугар-Салган — 30 Августа 2011 — Золотой город России — int-46 Сайт учителя химии Сафиканова А.Ф
  7. Тугар-Салган — БАШТУРИСТ. Туризм и отдых в Башкортостане
  8. Памятники природы / Экологический портал РБ 2016 йыл 4 март архивланған.
  9. Главная страница
  10. Башҡорт теленең академик һүҙлеге. IV том. Өфө. 2012. Китап. 793-сө бит.
  11. Башҡорт теленең академик һүҙлеге. V том. Өфө. 2013. Китап. 549-сы бит