Ишемғужин Евгений Измаил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишемғужин Евгений Измаил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 19 июль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Пугачёв ҡалаһы[d], Һарытау өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 октябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим, уйлап табыусы
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ишемғужин Евгений Измаил улы (19 июль 1939 йыл — 4 октябрь 2014 йыл) — тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), СССР‐ҙың уйлап табыусыһы (1985)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Евгений Измаил улы Ишемғужин 1939 йылдың 19 июлендә Пугачёв ҡалаһында тыуған.

1962 йылда Өфө нефть институтын (ӨНИ, хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университеты — ӨДНТУ) тамамлай. 1962—1965 йылдарҙа — Пермь өлкәһенең быраулау предприятиеларында: быраулаусы ярҙамсыһы, участка өлкән инженеры, етештереү-техник бүлегенең өлкән инженеры; 1965 йылдан — ӨНИ-лә (ӨДНТУ): өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, тау-нефть факультеты деканы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор[1].

1971 йылда техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Исследование вопросов устойчивости ступенчатого низа бурильной колонны» темаһына диссертация яҡлай. 1989 йылда техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Условия эксплуатации турбобуров и разработка мероприятий по повышению их надежности» темаһына диссертация яҡлай[2].

2014 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге быраулау проблемаларына арналған. Уның ҡатнашлығында вертикаль, ауыш, горизонталь йүнәлешле нефть һәм газ скважиналарының кәкрәйеүен булдырмау саралары буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә. Ишемғужин Евгений Измаил улы осраҡлы функцияларҙы файҙаланыуҙың, спектраль‐корреляцион анализдың, сығарып ташлауҙар теорияһының, скважиналар быраулағанда тәрәндә эшләүсе ҡорамалдарҙы диагностикалау өсөн ихтималлыҡ‐статистик ысулдарҙың теоретик нигеҙҙәрен эшләй. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларында индерелгән. Уйлап табыуҙарға 27 авторлыҡ танытмаһы һәм патенты бар. 120-нән ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 8 монография, авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[1][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).

— СССР‐ҙың уйлап табыусыһы (1985).

Хеҙмәттәре[3][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Работа бурильной колонны в скважине. М., 1973 (авторҙаш);
  • Теоретические основы надёжности буровых и нефтепромысловых машин. Өфө, 1981;
  • Нелинейные колебания элементов буровых машин. Өфө, 1999.
  • Нелинейные колебания элементов буровых машин : Учеб. пособие для студентов спец. 0508. Ишемгужин, Евгений Измайлович
  • Регрессионный анализ и планирование эксперимента при оценке надежности буровых и нефтепромысловых машин : Учеб. пособие. Ишемгужин, Евгений Измайлович.
  • Ремонт бурового и нефтепромыслового оборудования : Учеб. пособие. Ишемгужин, Евгений Измайлович

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]