Ишкинин Таһир Хабрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишкинин Таһир Хабрахман улы
Тыуған көнө:

17 август 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (59 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, Үрге Таулыҡай ауыл

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия

Ишкинин Таһир Хабрахман улы (17 август 1964 йыл) — журналист, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы (1999). Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2009).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таһир Хабрахман улы Ишкинин 1964 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында тыуған.

1984 йылдан алып Силәбе өлкәһе һәм Баймаҡ районының район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары директоры, художество етәксеһе, 1991 йылдан — «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе. 1995 йылдан башлап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетында (2000 йылдан алып яуаплы секретарь). 2001 йылдан башлап Өфө ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә баш белгес.

Социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси темаларға памфлеттар һәм публицистик мәҡәләләр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишкинин Таһир Хабрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.