И. А. Бунин һәйкәле (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
И. А. Бунин һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Мәскәү
Карта

Яҙыусы, Нобель премияһы лауреаты И. А. Бунин һәйкәле Мәскәүҙең Ашнаҡсы урамында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бунинға һәйкәл ҡуйыу идеяһын «Бунин мираҫы» ассоциацияһы тәҡдим итә һәм «донъя һәм ватан әҙәбиәтенә ҙур өлөш индереүсе Нобель премияһы лауреатының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында» баш ҡаланың мәҙәниәт департаменты, Мәскәү архитектура комитеты һәм Мәскәү мираҫ комитеты был идеяны яҡлап сыға[1]. Һәйкәлде Воронеждағы Бунин һәйкәле авторы скульптор Александр Бурганов һәм архитектор Виктор Пасенко төҙөй. Яҙыусының скульптураһы бронзанан ҡойолған һәм бейек булмаған гранит постаментта ҡуйылған. Иван Бунин ҡулына плащ тотҡан һәм ҡараштарын алыҫҡа төбәгән килеш тыныс аристократ позаһында баҫып тора. Һәйкәлдең ҡуйыу урыны — Ашнаҡсы урамы, 26-сы йорт эргәһен һайлау осраҡлы түгел, тап бында Мәскәүҙә Бунин Рәсәйҙән мәңгелеккә Францияға эмиграцияға китерҙән алда йәшәгән[2]. Йорттоң фасадында 1993 йылдың 11 декабрендә иҫтәлекле табличка ҡуйылған.

Һәйкәл классик һәм хәҙерге заман сәнғәте музейы «Бурганов-үҙәге» тарафынан Мәскәүгә бүләк итеп тапшырыла. Һәйкәлде асыу тантанаһы 2007 йылдың 22 октябрендә яҙыусының тыуыуының 137 йыллығы уңайына тура килә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В центре столицы установят памятник Ивану Бунину. Newsru.com (24 июль 2007). Дата обращения: 1 сентябрь 2013.(недоступная ссылка)
  2. В Москве открыт памятник Ивану Бунину. Lenta.ru (22 октябрь 2007). Дата обращения: 1 сентябрь 2013.
  3. Открытие памятника И.А.Бунину в Москве. Музеи России. Дата обращения: 1 сентябрь 2013.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]