Йомаҡ ауылы топонимикаһы (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йомаҡ ауылы топонимикаһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Мәләүез районы

Йомаҡ ауылы топонимикаһы — Башҡортостандың Мәләүез районы Йомаҡ ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары һәм уларға ҡағылышлы булған риүәйәттәр.

Ауылдың боронғо тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борондан хәҙерге Мәләүез районы биләмәләрендә Юрматы, Тамъян, Сәнкем-Ҡыпсаҡ, Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуҙары башҡорттары йәшәй. XVI быуат урталарынан башлап ауылдарға нигеҙ һалына. Ерҙәрен сит-яттарҙан һаҡлау өсөн бер сара була ул. Уларҙың исемдәре лә йыш ҡына үҙгәреп тора. Хатта ҡайһы берҙәре губерна картаһынан төшөп тә ҡалғылай. Әммә шул урында яңы исемдәге ауыл хасил була. Юрматы олоҫона ҡараған ауылдар Аҙнай түбәһенә инә. XIX быуаттың беренсе яртыһында улар, 7-се башҡорт кантонына ҡарап, 17-се йортҡа берләшә.

Йомаҡ ауылын Өфө наместнигының XVIII быуат — 1786 йылғы картаһынан табырға була. Унда ауыл тураһында теүәл мәғлүмәттәр бирелә[1].

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡапҡаҡайын

Ҡапҡаҡайын ауылдың көнсығышында, ҡояш сыҡҡан яғында ята. Ул Ергәнтауға табан юлдың һул яғында ҡайын ағастары менән ҡапланған. Ергән йылғаһының уң яҡ ярында, әллә ни бейек булмаған ҡалҡыулыҡтар теҙмәһендә бәләкәй генә имәнлек тә бар. Бейек булып үҫкән ҡайындар, юлды ике яҡлап ҡамап, асыҡ яланға сығарыусы ҡапҡа кеүек тора.

Бәүер

Ул — ауылдың көньяғынан башланып, көнбайыш яғынаса һуҙылып ятҡан күл. Һыу ятҡылыҡылығы, ул яҡты иңләп, төньяҡҡа барып, таллыҡтар араһына инеп юғала. Йомаҡ ауылында йәшәгән Әхмәҙулла Ғәйзулла улы Сәғитовтың һөйләп ҡалдырыуынан:

Борон бер бай, Ҡыҙҙар тауында тирмәләр ҡороп, һәр йәйҙе шунда уҙғарыр була. Хеҙмәтсе ҡыҙҙары көн һайын сәй ҡайнатыу, аш бешереү өсөн уға ауыл янындағы күлдән һыу ташый. Ҡыҙҙарҙың йәшәү шарттары ла яҡшынан булмай. Көйәнтәләп алыҫтан һыу ташып арыған ҡыҙҙар: "Их, беҙҙең дәүер һыуҙары-ы-ы, "- тип бер-береһенә зарланыша. Ана шул замандан күл тәүҙә Дәүер тип атала, һуңынан Бәүергә әйләнеп китә[1].

Һәр бала Бәүер күлендә йөҙөргә өйрәнә, балыҡ ҡармаҡлай, ҡышын малайҙар сәкән һуға. Балалар, йәштәр Бәүер күле янында уйнай. Күл ярында волейбол майҙансығы ла ҡорола. Күл буйында усаҡ яғып ял итеүселәр хәҙерге заманда ла бихисап.

Ергән йылғаһы

Ҡапҡаҡайынды үткәндә һул яҡ ярға һуғылып Ергән йылғаһы ағып ята. Атамаһы Ергәнтау менән бәйле. Был ике объект ауылдың көнсығышында ята.

Ергән атамаһының риүәйәте;

Монгол хандары менән һуғыш осоронда (1219 −1223 йй.; 1336 −1340 йй.) ауыл халҡы, үҙ ерҙәрен ҡурсылап, баҫҡынсыларға ҡаршы күтәрелә. Тау янындағы бәләкәй йылға буйында ҡаты һуғыш була. Кеше ҡаны йылға булып аға. Ҡан ер өҫтөн ҡаплай. Был һуғыш халыҡ хәтерендә ныҡ һаҡланған. Шул осорҙан алып тауҙы «Ер-ҡантауы», йылғаны «Ер-ҡан» йылғаһы тип йөрөтәләр.

Ергән һүҙе фарсы телендәге «Заргана» һүҙенән килеп сыҡҡан тигән фараз да бар. Тарих буйынса 7-9 быуаттарҙа фарсы телле скиф, сармат һәм аландарҙың Көньяҡ Уралда йәшәүҙәре билдәле. Шуға беҙҙең тарафтарҙа әлеге көнгәсә фарсы теленә ҡағылышы булған атамалар осрай[1]

.

Ергән йылғаһы башында, Йомаҡтан 7-8 саҡрымда, Ергән ауылы ята. Ауылға 1910 −1911 йылдарҙа урыҫтар, татарҙар нигеҙ һала. Рәсәй батшалығы премьер-министры Столыпин реформалары осоронда була был хәл. Ситтән килгән халыҡ тәүҙә Береговка ауылы янына төпләнә. Ул урын оҡшамағас, икенсе ергә күсеп нигеҙ ҡоралар. Ергәнкә ауылы халҡы колхозлашыу осоронда айырым коллектив булып ойоша.

Ҡапҡаҡайын янындағы һул яҡ ярҙы Һуғылма яр тип йөрөтәләр. Икенсе Һуғылма яр беренсеһенән арыраҡ.

Ергән йылғаһын Алмалы йылғаһы тип тә, Тирмән йылғаһы тип тә атаусылар бар. Заманында ошо йылға алты һыу тирмәнен әйләндергән. Уларҙың өсәүһе колхозлашыу осоронда эшләүҙән туҡтай, ҡалған өсәүһе Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ябыла.

Ҡапҡайынға инеп барғанда бормаланып-бормаланып ятҡан соҡорҙар бар. Ололар уларҙы «Окоптар» тип тә йөрөтә. Бормалы, тәрән булмаған, һыу йырынына оҡшаған соҡорҙар Башҡортостандың археологик картаһында «Ҡаласыҡ» тип билдәләнгән.

Ергән йылғаһының һул яғында тауҙар теҙмәһе дауам итһә, уң яғынан бер аҙ барғас, Яхъя ҡулҡаһына тап булабыҙ. Ҡулҡа (диалект. ҡулат, ҡулауыҡ) - Р.: ложбина; И.: narrow gully; hollow; T.: ҫukur) и. геогр. Уйпат урын, тар үҙәк, ҡул[2]. Ҡайһы бер йылдарҙа Ҡулҡа үҙәненән һыу ағып ята. Йыл да ошонда бесән әҙерләгән Яхъя атлы кешенең исеме бирелгән уға.

Артабан Ураҡ йылғаһы юлдың уң яғында ята, урман араһынан башлана ла, уралып, бормаланып, Ергән йылғаһына барып ҡоя. Ураҡ йылғаһынан һуң ҡыуаҡлыҡтар менән уратып алынған Иртәк йылғаһына күренеш асыла. Иртәктән һуң иген баҫыуы башлана. Уны Ҡарабай аҡланы тип йөрөтәләр. Ағып ятҡан йылға ла Ҡарабай тип атала. Йәй ҡоро килгән йылдарҙа был йылға йәй уртаһында ҡорой. Аҡлан ауылдан көнсығышта 8 километр алыҫлыҡта ята, һәм ул урман һәм ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған[1].

Ергән йылғаһының уң яҡ ярынан Дербенев ҡалҡыулығын үткәс, тау түбәнендәге тигеҙлектә Бурлыҡ йылғаһы ағып ята. Элегерәк ошо урында ат ҡараҡтары урланған аттарын йәшереп тотҡан. Ул осорҙағы землянка, һарай урындары әле лә һаҡланған. Салауат ҡалаһындағы хәрби часть, Бурлыҡты быуып, һаҙан балығын үрсетергә ҡарар итә. Әммә йылғаны ауыҙлыҡлай алмайҙар, ул, барыбер быуаны йырып, үрсегән балыҡты ла ағыҙып алып китә.

Ергән йылғаһын сыҡҡас, умарталыҡ урынлаштырыу өсөн бик ҡулай булған Һөйәрсәк аҫты тигән аҡлан ята. Унан арыраҡ Сәскә төбәк тигән аҡлан тап була. Шул юлдан Алмалы йылғаһын сыҡҡас, һары мәтрүш менән ҡапланған Шәүәли аҡланы ята. Урыҫтар уны Шавалекин доль тип йөрөтә. Уның бер яғынан йылға урап аға, икенсе яғында ҡуйы урманлы ҡалҡыулыҡ, шуға ла был аҡланда үлән бейек булып үҫә.

Ауыл яғынан килгән туп-тура юл Оҙонҡыр тип аталған ике тау араһындағы аҡланға алып бара. Ҡуйы урманға тоташҡан аҡландың буйы бик оҙон, хатта ауылға тиклем тиерлек һуҙылған. Оҙонҡырҙан аҫтараҡ яҫы, бейек булмаған тау Ҡыҙҙар тауы атамаһын йөрөтә. Борондан был тау йәштәрҙең күңел асыу, төрлө байрамдар үткәреү урыны булған. Ҡалҡыулыҡ үҙәнендәге урманды Мәсет ҡулҡаһы тип атайҙар. Элек ауыл халҡы мәсет өсөн утынды ошо ҡулҡала әҙерләгән[2].

Оҙонҡырҙың төньяғында Осҡон тауы ята, бында оҫҡон йыуаһы бик күп үҫкәнгә шундай исем бирелгән[1]. Артабан — Сей ҡул тауы. Урман эсендә һыу һарҡып һәр саҡ дымланып торғанға тауға шундай исем бирелгән. Ямғырлы йылдарҙа урман эсенән аҡҡан һыу аҡланға тиклем барып етә.

Сей Ҡулдан аҙ ғына араны үткәс, Ҡалын күрән уйһыулығы башлана. Юғарынан ҡарағанда ҡаҙанды хәтерләткән, түңәрәкләнеп ятҡан был тигеҙлек уртаһында сәсеүлек, тирә яғын көнсығыштан алып төньяҡ көнбайышҡа тиклем һаҙлыҡ уратып алған. Ә көньяғында — ағаслыҡ һәм ҡыуаҡлыҡтар. Яҙғы ташҡында Ағиҙел йылғаһы, был яҡҡа инеп, ҙур диңгеҙҙәй булып ята. Һыу ҡайтҡас, тирә-яғы һаҙлыҡҡа әйләнеп, ерҙе ҡамыш менән күрән ҡаплай. Аҙ ғына юғарыға күтәрелеп түбәнгә ҡарағанда йыйылып ятҡан һыуҙарҙан хасил булған бәләкәй генә күлдәр, бормаланып ятҡан ҡуйы йәшел күрәнлек күҙгә ташлана.

Ҡалын күрәндең көньяғында — баланлы туғай. Уларҙың береһе — Тоҡомбай әрәмәһе. Был ҙур күл янында элек торналар туҡтап китер булған. Икенсе әрәмәлекте Әүәй буйы тип йөрөтәләр, унан ары Тамьян әрәмәһе ята[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Юлдашев Мулланур. Йомаҡ ауылы микротопонимикаһы. (баш.). — Мәләүез районы БР.: Мәләүез районының “Көнгәк” гәзите, БР "Башкортостан" нәшриәте., 16.12.2003, 145-се һан.
  2. 2,0 2,1 Башҡорт теленең академик һүҙлеге.Өфө. 2013. Китап.Т. 3 100 экз. — 887 б.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Юлдашев Мулланур. Йомаҡ ауылы микротопонимикаһы (баш.). — Мәләүез районы БР: Мәләүез районының “Көнгәк” гәзите, БР "Башкортостан" нәшриәте, 16.12.2003, 145-се һан.
  • Башҡорт теленең академик һүҙлеге.Өфө. 2013. Китап.Т. 3 100 экз. — 887 б.