Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 14 июнь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Яңы Собханғол, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы
Уҡыу йорто Белорет педагогия колледжы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены

Йортбағышева Әлфиә Ҡорман ҡыҙы (14 июнь 1958 йыл) — педагог. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлфиә Ҡорман ҡыҙы Йортбағышева 1958 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуған. 1976 йылда Белорет педагогия училищеһын һәм 1983 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлы
  • Яңы Собханғол мәктәбендә пионервожатый — 1987 йылдан
  • Яңы Собханғол мәктәбең уҡытыусыһы — 1981 йылдан
  • КПСС-тың Бөрйән районы комитетында пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы — 1988 йылдан
  • Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡытыусы (1990—2012 йылдар), директор (2005—2007 йылдар).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]