Йоһанн Себастьян Бах
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Йо́һанн Себа́стьян Бах (нем. Johann Sebastian Bach; 1685 йылдың 31 мартында (буранайында) (иҫке стилдә 21 Буранайында) Айзенах ҡалаһында (Саксен-Айзенах, Изге Рим Империяһы) тыуған, 1750 йылдың 28 Майайында Лейпциг ҡалаһында вафат булған) — XVII быуаттың бөйөк әлмән композиторы. 1000-гә яҡын орган, оркестр, вокал һәм башҡа музыка әҫәрҙәре авторы. Донъяның иң күренекле композиторҙарҙың береһе булып һанала, барокко дәүере композиторы булып тора. Уның әҫәрҙәре араһында операнан башҡа бөтә жанрҙар бар. Бах — шулай уҡ педагогия буйынса бер нисә ғилми хеҙмәт авторы.