Йылға тармағы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылға тармағы
Ҡапма-ҡаршыһы ҡушылдыҡ
 Йылға тармағы Викимилектә

Йылға тармағы (рус. Рукав реки) — йылға йырҙаһына хас булған морфологик төҙөлөштәге барлыҡ үҙенсәлектәре менән хасил булған, ғәҙәттә, шул уҡ йылғаға ағым ыңғайына яңынан ҡоя торған айырым йырҙа.

Ағиҙелдә йылға тармағы
Инйәр йылғаһының Белорет районы Ғәбдөк ауылы янындағы тармағы

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тармаҡтан башҡа йылға түбәндәгесә лә сатлана:

  • армыттар — үҙаллы йылғаларға оҡшаған йылға саты
  • ҡылымыҡ — икенсел тармаҡ.

Армыттар барлыҡҡа килеүенә йыш ҡына һыубаҫар туғайҙарҙағы тармаҡтар күп булыуы сәбәпсе була. Ҡылымыҡ — йырҙа тармаҡаланыуы һөҙөмтәһе.

Тармаҡтар төп ике ысул менән барлыҡҡа килә:

  • Йылғала ташылма өйөмдәре хасил булыу йәки утрау барлыҡҡа килеү;
  • Һыубаҫар туғайҙарҙа йылғаның йырҙаһын турайтып аға башлауы

Һирәгерәк ағымдарҙың йылға төбөндәге йыуҙырылмаҫ тоҡомдарҙы урап үтеүе арҡаһында ла тармаҡ барлыҡҡа килә.

Күп тармаҡлылыҡ дельталарға хас.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йылға селтәре
  • Өйөм процесы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чебарев А. И. Гидрологический словарь. Л., Гидрометеоиздат, 1978.