Йүрмәтау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йүрмәтау
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Йүрмәтау, Ярматау, Юрматау (рус. Юрматау) — Башкортостан Республикаһы Белорет районында, Көньяҡ Урал тауҙарындағы һырт.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йүрмәтау һырты Башҡорт Уралының көнбайыш өлөшөндә, Белорет районында урынлашҡан. Бейеклеге 570—854 м булған 10‑ға яҡын түбәһе бар (Кесе Юрмаш, Юрмаш тауҙары). Төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә армыт — Оло Юрматау һырты урынлашҡан.Һыртта Нөгөш йылғаһы һәм уның бик күп ҡушылдыҡтары башлана.

Географик координаттары: N 53° 28' 58 E 57° 22' 48 [2]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һырт төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлештә Кесе Нөгөш йылғаһынан Оло Нөгөш йылғаһына тиклем 35 км-ға һуҙылған. Һырттың рельефы — түбәләре көмбәҙ рәүешле, битләүҙәре һөҙәк. Көньяҡ өлөшөндәге йылға үҙәндәрендә карст соҡорҙары бар.

Һырттың оҙонлоғо — 35 км, киңлеге яҡынса 10 км, бейеклеге — 842 м.

Тау тоҡомдары урта рифей свиталары юшаһы — күмерле һәүерташтар, ҡомташтар, егәҙе‑комаров — күмерле, хлорит‑кварц­лы һәүерташтар һәм биктимер — алевролиттар, аргиллиттар, кварцлы ҡомташтарҙан ғибәрәт. Антропоген ҡатламдар һәүерташтар, алевролиттары, аргиллиттары, доломиттар, эзбизташтар, өҫкө рифейҙың кварц ҡомташтарынан тора. .

Күренеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ландшафы һоро тау‑урман һәм кәҫле­ көл­һыу­ тупраҡтарҙағы ҡайын, ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан, тау болондарынан тора.

Көньяҡ өлөшөнөң ландшафы — ҡарағас урмандары, күрәнле һәм ҡыуаҡлы һаҙлыҡтар.

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йүрмәтауҙың күренешен һарыҡтың эс майын оҙон-оҙон итеп ҡырҡып, ас эсәк менән ҡушып үреп әҙерләнгән йүрмә тип аталған ашамлыҡ[3] менән сағыштырып, йә «йүрмәләү»[4] — ваҡ-ваҡ баҫып атлау тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип тә аңлаталар. Быныһы тау менгәндәге атлауҙы аңлаталыр, күрәһең.

Халыҡ телендә тау бер нисә вариантта аталып йөрөй — Йүрмәтау, Юрматау, Ярматау.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Геоинформационная база данных
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 442-се бит
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 442-се бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-се т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Башкортостан (Энциклопедия) — Уфа, изд. Башкирская энциклопедия, 1996.