Йәноҙаҡов Аҙнабай Сәғит улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙнабай Йәноҙаҡов
Йәноҙаҡов Аҙнабай Сәғит улы
Тыуған көнө

1 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ғафури районы Ҡаранйылға ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары

Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)

Йәноҙаҡов Аҙнабай Сәғит улы (1 ғинуар 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны. Ғафури районы «Йондоҙ» колхозының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов 1936 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған. Атаһы — Сәғит 1940-сы йылдың 27 ғинуарында үлә; ул ваҡытта Йәноҙаҡов Аҙнабайға 2 йәш ярым була. Әсәһе — Ғәйшә. Ҡатыны: Рәйсә Шәрифулла ҡыҙы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Балалары: Азат, Азамат, Алһыу.

Туғандары тураһында үҙенең хәтирәләр китабында иҫкә ала:

«Беҙ һигеҙ бала инек: иң оло ағайым Вәлиәхмәт Совет Армияһында хеҙмәт итә ине. Бына ҡайта, ана ҡайта тип торғанда, Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланып, һуғышҡа китә. Немец фашистарын тар-мар иткәндән һуң, япон һуғышында ҡатнашып, орден-миҙалдар менән бүләкләнеп, Владивосток ҡалаһына килеп урынлаша. Владивосток ҡалаһында бер нисә саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Дүрт ул үҫтереп, 73 йәшендә ҡаланың хөрмәтле гражданы булып вафат була.» Аҙнабай Йәноҙаҡов. «Йылдар һәм юлдар».[1]

Сәйетбаба урта мәҡтәбендә, йөрөп уҡый һәм (..) йылда 8 класс тамамлай. Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Механизаторҙар курсында тракторист һөнәрен үҙләштергәс, тракторист булып колхозға эшкә урынлаша. (…) йылда «Кушнаренко» ауыл хужалығы техникумына, … һөнәре буйынса, ситтән тороп уҡыуын башлай. (…) йылда техникумды тамамлап, агроном һөнәре буйынса диплом ала. 1970-се йылға тиклем «Еңеү» колхозында агроном. 1970—1986 йылдарҙа «Йондоҙ» колхозында башта агроном эшен дауам итә, һуңынан колхоз рәйесе. Балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү өлкәһендәге тырышлыҡтары өсөн «Мәғариф алдынғыһы» билдәһенә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Аҙнабай Йәноҙаҡов. Йылдар һәм юлдар.—Өфө. «Ғилем» НИК «Башкирская энциклопедия», 2015.—С. 115