Картография
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Боронғо римлылар картаһы: Пейтингер теҙмәһе
Картография (грек. χάρτης - «карта» һәм γράφειν – «һыҙыу») — тәбиғәт һәм йәмғиәт объекттарының һәм күренештеренең үҙ-ара бәйләнешен, ойошмаһын һәм арауыҡтағы урынлашыуын тикшереү, моделләштереү һәм сағылдырыу тураһындағы фән. Киңерәк мәғәнәлә, картография үҙ эсенә технологияны һәм етештереү эшмәкәрлеген дә ала.