Эстәлеккә күсергә

Технология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Технология
Рәсем
Өйрәнеү объекты техника
Ҡайҙа өйрәнелә технологияны баһалау[d], фән һәм технологияны өйрәнеү[d] һәм социотехнология[d]
Һештег Technology[1]
Способствовавшим фактором является прикладная наука[d]
Вики-проект Проект:Технология[d]
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d] һәм исемлекте ҡарағыҙ[d]
 Технология Викимилектә

Технология (бор. грек. τέχνηсәнғәт, оҫталыҡ, таһыл; λόγος — «һүҙ», «фекер», «мәғәнә», «төшөнсә») — һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн кәрәкле ысулдар һәм ҡорал-ҡорамалдар йыйылмаһы[2]; киң мәғәнәлә — ғәмәли бурыстарҙы хәл итеү өсөн ғилми белемдәрҙе файҙаланыу[2][3]. Технологияға эш ысулдары, режимы, эш-ғәмәлдәр эҙмә-эҙлелеге инә[4].

Технология сағыштырмаса яңы, күп ҡырлы термин булып тора, был төшөнсәнең мәғәнәһе даими үҫештә булғанға уға аныҡ ҡына билдәләмә биреү ҙә еңел түгел. XX быуат башына «технология» термины ҡорамалдар һәм машиналар, шулай уҡ уларға ҡағылышлы саралар, процестар һәм фекерҙәр йыйылмаһын да үҙ эсенә ала. Быуат уртаһына төшөнсәгә «кеше үҙе йәшәгән мөхитте үҙгәртеү йә ҡулайлаштырыу өсөн ҡулланған саралар йәки эшмәкәрлек йыйылмаһы» тигән билдәләмә бирелә[5].

«Технология» төшөнсәһенә аңлатмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. Т. Фролов редакцияһындағы һүҙлек ошондай аңлатма бирә: «технология артефакттарҙың, етештереү операцияларының һәм процестарының, ресурс сығанаҡтарының, мәғлүмәттең социаль системаларының, идара итеүҙең, финанслауҙың һәм башҡа технологиялар менән бәйләнештәрҙең ҡатлаулы үҫеш кисерә торған системаһынан ғибәрәт»[6].

"Collins» тигән мәғәнәүи социологик һүҙлек ошондай аңлатма бирә: «Технология — етештереү эшмәкәрлегендә белемде һәм ғәмәли алымдарҙы ҡулланыу»[7] .

Ушаковтың 1940 йылғы аңлатмалы һүҙлегендә «Технология — теге йәки был сеймалды фабрикат, әҙер продукция иткәнсе эшкәртеү ысулы; эшкәртеү процестары йыйылмаһы» [8].

Ожегов һүҙлеге «билдәле бер етештереү тармағында етештереү ысулдарының һәм процестарының йыйылмаһы, шулай уҡ етештереү алымдарының фәнни тасуирламаһы» тип аңлата[9].

Башҡорт телендәге һүҙлектәр ҙә технология төшөнсәһенә аңлатма бирә. Ураҡсин һүҙлегендә «Төрлө нәмәне эшләү һәм эшкәртеү ысулдары тураһындағы белем, материалдарҙы эшкәртеү юлдары һәм саралары тураһындағы фән»[10], Экология терминдары һүҙлегендә «билдәләнгән маҡсатҡа ирешеү, практик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн фәнде файҙаланыу»[11], Ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлектә «етештереү процесында сеймал, материал йәки ярымфабрикатты эшкәртеү, әҙерләү, уның торошо, билдәләре, формаларының үҙгәреүе алымдары йыйылмаһы»[12] тигән аңлатмалар бар.

тәгәрмәс тәү башлап б.э.т. 4-се мең йыллыҡта Месопотамияла осрай

1772 йылда Иоганн Бекман «технология» тигән терминды техник ҡулланыуға индерә. Ул Гёттинген университетында үҙе уҡытҡан предметты шулай тип атай[13].

1822 йылда Император Фәндәр академияһы академигы В. М. Севергин технологияны 10 киҫәккә бүлә[14][асыҡларға]:

  • металдар
  • минералдар
  • ағас
  • яныусан материалдар
  • туҡлыҡлы матдәләр
  • химик сығарылмалар
  • хайуандарҙы эшкәртеү
  • туҡымалар
  • ҡағыҙ
  • ҡоралдар

Юғары технологиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге замандағы яңы алдынғы технологияларҙы юғары технологияларға (ингл. high technology, high-tech) индерәләр. Юғары технологияларҙы һәм уларға ярашлы техниканы ҡулланыуға күсеү хәҙерге осорҙа фәнни-техник революцияның (ФТР) мөһим сынйыры булып тора. Юғары технологияларға фән ҡаҙаныштарын күпләп ҡулланған сәнәғәт тармаҡтары — микроэлектроника, хисаплау техникаһы, робот техникаһы, атом энергетикаһы, самолёттар эшләү, космос техникаһы, микробиология сәнәғәте — ҡарай.

Етештереү технологиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Технологиялар йә ниндәй ҙә булһа производство тармағына, йә аныҡ материалдарға һәм уларҙы алыу һәм эшкәртеү ысулдарына бәйле классификациялана. Мәҫәлән, тау эштәре технологияһы, машиналар эшләү технологияһы, төҙөлөш технологияһы, материалдарға бәйлеләре — металдар технологияһы, сусле матдәләр технологияһы, туҡымалар технологияһы[15].

Химик технологиялар нигеҙендә химик реакциялар барышындағы процестар ята, улар продукттарҙың составын, төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен үҙгәртә[15].

Металдар технологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Металдар технологияһы сеймалдан уның химик составын, химик һәм физик үҙенсәлектәрен үҙгәртеү юлы менән металдар алыуҙы, шул иҫәптән металлургияны, эшкәртелеүсе әҙерләмәләрҙең һәм деталдәрҙең формаһын, структураһын, физик үҙенсәлектәрен үҙгәртеүҙе, шул иҫәптән ҡойоу производствоһын, металдарҙы иретеп йәбештереүҙе, йәбештереүҙе, механик эшкәртеүҙе, металл эшкәртеүҙең электрофизик һәм электрохимик ысулдарын, металға һаҡлаусы япмалар ҡаплауҙы үҙ эсенә ала[15][16].

Металлургияфәндең һәм техниканың мәғдәндәрҙән һәм башҡа металдарҙан металдар алыуҙы, шулай уҡ металл иретмәләренең химик составын, структураһын һәм үҙенсәлектәрен үҙгәртеү менән бәйле процестарҙы солғаған өлкәһе. Башланғыс тар мәғәнәһендә — мәғдәндәрҙән металдар алыу оҫталығы[17]. Уға сеймал әҙерләү (байытыу һ.б.) һәм сеймалдарҙан металдарҙы алыу, уларҙан иретмәләр етештереү, металдарҙы термик эшкәртеү, химик-термик эшкәртеү, термомеханик эшкәртеү, металдарҙы баҫым менән эшкәртеү, шул иҫәптән сүкеү, штампылау, йәйеү, һуҙыу һ.б. инә[16].

Химик технология — «сеймалды һәм аралыҡ продукттарын күпләп химик эшкәртеү процестары, ысулдары һәм саралары тураһындағы фән»[18].

Химик технология XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килә, ул саҡта был фән айырым химик производстволарҙы, уларҙың төп ҡорамалдарын, матди һәм энергия баланстары тасуирлау менән шөғөлләнә. XX быуаттың 30-сы йылдарына химия сәнәғәте ныҡлы үҫә, химик технологиялар барышын, уларҙың ҡулай варианттарын эшләү һәм ғәмәли ҡулланыу законсалыҡтарын өйрәнеү ихтыяжы тыуа. Химик технология төрлө химик, физик-химик һәм механик процестарҙы берҙәм комплексҡа берләштерә һәм тормошҡа ашыра[18]:

  • Ҡаты материалдарҙы ваҡлау һәм сорттарға айырыу, онтау ҙа инә,
  • Бер төрлө булмаған ҡатнашмаларҙы хасил итеү һәм бүлеү,
    • Фильтрлау,
    • Центрифугалау,
    • Тондороу,
    • Дисперслау,
  • Масса алмашыу,
  • Йылылыҡ алмашыу,
  • Газдарҙы ҡыҫыу,
  • Юғары һәм түбән температуралар хасил итеү,
  • Электр, магнит, ультратауыш ҡырҙары булдырыу[18].

Машиналар эшләү технологиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Машиналар эшләү технологияһы төрлө машиналарҙың һәм приборҙарҙың технологик процестарын, шул иҫәптән уларҙы конструкциялауҙы һәм етештереүҙе үҙ эсенә ала. Техник хисаплауҙар, материалдарҙы һәм уларҙы эшкәртеү ысулдарын һайлау, сифат контроле, деталдәрҙе һәм узелдарҙы эшләү һәм тоташтырыу ысулдары[15], машиналар эшләү заводтарын проектлау һәм уларҙа производстволарҙы ойоштороу ҙа ошонда инә.

Төҙөлөш технологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төҙөлөш — матди етештереү тармағы, файҙаланыу өсөн әҙер биналар һәм ҡоролмалар уның продукцияһы булып тора, шулай итеп, был тармаҡ биналар төҙөү, реконструкциялау, шулай уҡ уларҙы һүтеү һәм күсереү менән шөғөлләнә. Төҙөлөштә технологик процестар ике төп төркөмгә — майҙансыҡтан ситтәгеләргә һәм майҙансыҡтағыларға — бүленә. Төҙөлөш барышы — ул төҙөлөш майҙансығындағы етештереү барышы. Төҙөлөш майҙансығы — төҙөлөш объекты һәм уның тирәһендәге ярҙамсы территориялар урынлашҡан ер. Төҙөлөш барышында унда ҡатнашыусылар эш ҡоралдары (инструменттар, механизмдар һәм ҡулайламалар) ярҙамында яйлап эш предметтарын (материалдар, изделиелар һәм конструкциялар) төҙөлөш продукцияһына (төҙөлөш объекты) әйләндерә[19].

Эш бик күп өлөштәрҙән тора, уларҙың иң ябайы — ойоштороу йәһәтенән бүленмәй торған һәм технологик бер төрлө эш операцияһы. Тулайым төҙөлөш барышына етештерелеүсе конструктив элементтар (ҡыйыҡ ябыу, изоляциялау), эш барышында ҡулланылған материалдар (ер эштәре, таш эштәре, бетон эштәре) буйынса атап йөрөтөлгән эш төрҙәре инә. Төҙөлөш барышында башҡарылған эштәр комплекстары нулле, ер өҫтө, биҙәү йә махсус циклдарға ҡарай. Нулле циклға — аҫҡы ҡаттың иҙәненән түбәндә барған төп эштәр, ер өҫтө эштәренә — унан өҫтәгеләр, биҙәү циклына — тышҡы күренешкә ҡараған эштәр, махсусҡа — эске селтәрҙәрҙе ҡороу һәм приборҙар урынлаштырыу менән бәйле эштәр инә[19].

Электр менән бәйле технологиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Электр зарядтарының барлығы, үҙ-ара тәьҫирләшеүе һәм хәрәкәте менән бәйле күренештәр тупланмаһы. Термин инглиз тәбиғәт фәндәре белгесе Уильям Гилберт тарафынан «Магнит, магнит есемдәре һәм ҙур магнит — Ер тураһында» (1600 год) тигән хеҙмәттә индерелә, был хеҙмәттә магнит компасының эш итеүе тураһында һөйләнелә һәм электрланған есемдәр менән ҡайһы бер тәжрибәләр тасуирлана. Ғалим башҡа матдәләрҙең дә электрланыу мөмкинлеген асыҡлай[20].

Акустик технологиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауыш тураһында фән, тауыштың физик тәбиғәтен һәм уның барлыҡҡа килеүе, таралыуы, ишетелеүе һәм тәьҫире менән бәйле проблемаларҙы өйрәнә. Акустика физиканың (механика) һығылмалы тауыш тирбәлештәрен һәм түбәнгенән башлап юғарғыға тиклем йышлыҡтағы тулҡындарын өйрәнеүсе йүнәлеше булып тора[21].

Электроника технологиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Электрондарҙың электромагнит ҡырҙар менән тәьҫирләшеүе һәм электромагнит энергияһын үҙгәртеү өсөн (башлыса мәғлүмәт ҡабул итеү, тапшырыу, эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн) электрон приборҙар һәм ҡулайламалар эшләү ысулдары тураһындағы фән[22].

Фундаменталь һәм ҡулланма фәндең һәм техниканың дисциплина-ара өлкәһе, бирелгән атом структуралы продукттарҙы айырым атомдарға һәм молекулаларға идара итеү юлы менән етештереү һәм ҡулланыу ысулдары, шулай уҡ теоретик нигеҙләү, тикшеренеүҙәрҙең, анализдың һәм синтездың ғәмәли ысулдары тупланмаһы менән эш итә.

Тере организмдарҙы, уларҙың системаларын йә булмаһа уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге продукттарын технологик бурыстарҙы үтәү өсөн ҡулланыу мөмкинлектәрен, шулай уҡ ген инженерияһы ысулы менән кәрәкле үҙенсәлектәргә эйә булған тере организмдарҙы хасил итеү мөмкинлектәрен өйрәнеүсе дисциплина. Биотехнология генетикаға, молекуляр биологияға, биохимияға, эмбриологияға һәм күҙәнәк биологияһына, шулай уҡ ҡулланма дисциплиналарға — химик һәм мәғлүмәт технологияларына, робот техникаһына нигеҙләнә.

Космос технологиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Космос техникаһы объекттарҙы йә тере йән эйәләрен космосҡа осороу, Ергә төшөрөү, космоста эшләү менән бәйләнгән. Бөтә космос аппараттары, шул иҫәптән яһалма Ер юлдаштары, космос телескоптары, планета-ара автоматик станциялар, орбиталь станциялар, шулай уҡ уларҙа урынлашҡан ҡорамалдар космос техникаһы булып тора. Йөрөткөс ракеталар, шаттлдар, төшөрөлөүсе аппараттар һәм туранан-тура космоста эшләмәгән, әммә уның менән бәйләнгән башҡа техника ла космос техникаһына инә.

Хәрби технологиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыу һәм тәьмин итеү, ғәскәрҙәрҙе күнектереү һәм техниканың тейешле кимәлдәге әҙерлеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән технологиялар.

Транспорт технологиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешене һәм матди әйберҙәрҙе күсереп йөрөтөү өсөн ҡулланылған транспорт саралары менән бергә транспортлау барышында ҡатнашҡан ҡорамалдар, ысулдар һәм ғилми белемдәр тупланмаһын өйрәнеүсе фән.

Мәғлүмәт технологиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәғлүмәт технологиялары (МТ, шулай уҡ  — мәғлүмәт-коммуникация технологиялары[23][24]) — мәғлүмәтте йыйыуҙы, туплауҙы, эшкәртеүҙе, һаҡлауҙы, күрһәтеүҙе һәм таратыуҙы тәьмин итеүсе ысулдар, программа-техник һәм технологик саралар йыйылмаһы[25]; бирелмәләрҙе йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу һәм файҙаланыу барышында хисаплау техникаһы сараларын ҡулланыу алымдары, ысулдары һәм методтары (34.003-90 ГОСТ-ы)[26]; ресурсы, необходимые для сбора, обработки, хранения и распространения информации (ISO/IEC 38500:2008)[27].

XX быуат аҙағында һәм XXI быуат башында мәғлүмәт технологиялары кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә киң ҡулланыу таба, улар араһында[25]:

  • фән — эксперименталь бирелмәләрҙе эшкәртеү, моделләштереү һ.б.
  • мәғариф — электрон дәреслектәр, дистанциялы уҡытыу саралары һ.б.
  • медицина — диагностика, аналитик системалар һ.б.
  • сәнғәт — сәнғәттең электрон төрҙәрен тәьмин итеүгә тиклем;
  • хәрби эш — хәрби хәлде күҙәтеү, анализлау, ситуацияны моделләштереү һ.б.
  • дәүләт идаралығы — электрон тауыш биреү, белешмә һәм аналитик системалар һ.б.
  • производство — етештереү барышын һәм проектлауҙы автоматлаштырыу;
  • эшҡыуарлыҡ — компанияларға идара итеү, уларҙың үҙ-ара тәьҫирләшеүен тәьмин итеү, интернет-магазиндар, интернет аша билеттарға заказ биреү һ.б.

Мәғлүмәт технологияларына техник саралар, программа саралары, ойоштороу-методик тәьминәт һәм стандартлаштырыу инә[25].

Компьютер техникаһы һәм коммуникация техникаһы сараларын айыралар[25].

Компьютер техникаһы саралары бирелмәләрҙе индереү, эшкәртеү, сығарыу һәм һаҡлау өсөн кәрәк. Мәғлүмәт индереү өсөн баҫмаҡтар, цифрлы камералар, аудио- һәм видеобирелмәләр индереү ҡорамалдары ҡулланыла[25], [28]. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсуслаштырылған ҡулайламалар бар[25].

Процессорҙар бирелмәләрҙе эшкәртә һәм һөҙөмтәләрҙе ҡулланырлыҡ хәлгә килтереп үҙгәртә. Уларға текстар, һүрәттәр, аудио һәм видео мәғлүмәттәр инә. Мәғлүмәтте сығарыу өсөн башлыса дисплейҙар, принтерҙар, динамиктар һәм ҡолаҡсындар, факс-машиналар, һәр төрлө күп функциялы ҡулайламалар ҡулланыла[25].

Мәғлүмәтте һаҡлау өсөн магнитлы дискылар, таҫмалар, флеш-хәтер ҡулайламалары һ.б. ҡулланыла[25].

Коммуникация техникаһы мәғлүмәтте алыҫ араға тапшыра. Коммуникация саралары үҙ аллы ла, компьютер техникаһы саралары менән берлектә лә эшләй ала[25].

Социаль технологиялар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социаль технологиялар кешеләрҙең социаль тәртибенә идара итеү мәсьәләләрен сисеү буйынса ҡулланма белемдәр һәм ысулдар системаһынан ғибәрәт, улар социаль планлаштырыу һәм социаль проектлау барышында эшләнә һәм файҙаланыла. Социаль технологиялар социаль структураларҙы булдырыу һәм үҙгәртеү менән шөғөлләнә. Социаль технологиялар социология, социаль ойоштороу һәм идара итеү теорияһы, шулай уҡ психология кеүек социаль фәндәрҙең теоретик эшләнмәләренә нигеҙләнә, ижтимағи системаларҙың эш итеүендәге ғәмәли тәжрибәләрҙе файҙалана. Социаль технологиялар шәхси социаль бурыстар менән шөғөлләнә, глобаль ижтимағи үҙгәрештәр менән шөғөлләнмәй. «Социаль технология» төшөнсәһе түбәндәге өлкәләргә ҡағылғанда тар мәғәнәлә ҡулланыла[29]:

  • етештереү һәм социаль өлкәгә ҡағылғанда түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:
    • хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу,
    • коллективта мөнәсәбәттәрҙе ҡулайлаштырыу,
    • идара итеүҙе һәм етәкселекте камиллаштырыу;
  • сәйәси өлкәлә:
    • сәйәси маркетинг,
    • сәйәси реклама,
    • һайлау технологиялары.

Киң мәғәнәлә социаль технология был махсуслаштырылған технологиялар йыйылмаһын билдәләй[29].

Телекоммуникация технологиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элемтә төрө, мәғлүмәтте электромагнит сигналдар ярҙамында, мәҫәлән, тимер сым аша, сүсле-оптик кабель йә радио аша тапшырыу ысулы.

  1. #Technology - Twitter Search / Twitter
  2. 2,0 2,1 Некрасов С. И., Некрасова Н. А. Философия науки и техники: тематический словарь. — Орёл: ОГУ. 2010.
  3. Technology // Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica Online. Encyclopædia Britannica Inc., 2016. Web. 08 янв. 2016
  4. Технология. Глоссарий.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2017.
  5. History of technology // Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica Online. Encyclopædia Britannica Inc., 2016. Web. 08 янв. 2016
  6. Философский словарь / под ред. И. Т. Фролова. — 7 изд., перераб. и доп. — М.: Республика, 2001. — 719 с.
  7. Джери Д., Джери Дж. Большой толковый социологический словарь. В 2-х томах. Том 2. (П-Я): Пер. с англ. Н. Н. Марчук. — М.: Вече, ACT, 1999. — 528 с.
  8. Ушаков Д. Н., Волин Б. М. Толковый словарь русского языка. В четырёх томах. Том 4. — М.: ГИНС, 1940. — 1500 с.
  9. Ожегов С. И., Шведова Н. Ю. Толковый словарь русского языка. — М.: «Азъ Ltd.», 1992, — 960 с.
  10. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  11. Русско-башкирский словарь терминов по экологии (Хадыева Р.Н., 2006)
  12. Краткий русско-башкирский терминологический словарь по естествознанию (А.М.Багаутдинов, А.М.Багаутдинов, 2009)
  13. Salomon J. What is Technology? The Issue of its origins and definitions // Historiy of technology. 1984/ Vol. 1. P. 113—156.
  14. Севергин В. М. О предметах учений технологий // Технологический журнал. 1822. Т. 7. Ч. 1. С. 1.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 [ Технология] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  16. 16,0 16,1 [ Технология металлов] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  17. [ Металлургия] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  18. 18,0 18,1 18,2 Химическая технология // Франкфурт — Чага. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 28).
  19. 19,0 19,1 А. Ф. Юдина, В. В. Верстов, Г. М. Бадьин. Технологические процессы в строительстве. — М: Издательскиу центр «Академия», 2013. — (Высшее профессиональное образование). — ISBN 78-5-7695-5024-9.
  20. Спиридонов О. П. «Универсальные физические постоянные», М., «Просвещение», 1984, с. 52, ББК 22.3 С72
  21. Акустика // А — Ангоб. — М. : Советская энциклопедия, 1969. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 1).
  22. Электроника // Экслибрис — Яя. — М. : Советская энциклопедия, 1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 30).
  23. ISO/IEC/IEEE 24765:2010 Systems and software engineering — Vocabulary
  24. Когаловский М. Р. и др. Глоссарий по информационному обществу 2020 йыл 31 март архивланған. / Под общ. ред. Ю. Е. Хохлова. — М.: Институт развития информационного общества, 2009. стр 61 — 160 с.
  25. 25,0 25,1 25,2 25,3 25,4 25,5 25,6 25,7 25,8 Информационные технологии / С. Д. Кузнецов // Излучение плазмы — Исламский фронт спасения. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 493. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 11). — ISBN 978-5-85270-342-2.
  26. ГОСТ 34.003-90 Автоматизированные системы. Термины и определения
  27. ISO/IEC 38500:2008, Corporate governance of information technology: resources required to acquire, process, store and disseminate information
  28. Мышь / Э. М. Пройдаков // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  29. 29,0 29,1 В.М.Быченков. Технологии социальные// Новая философская энциклопедия. Институт Философии Российской Академии Наук (2007—2010). Дата обращения: 7 май 2016.
  • Герасимов Я. И. Химическая термодинамика в цветной металлургии. Т. 1-7. / Я. И. Герасимов, А. Н. Крестовников, А. С. Шахов и др. — М.: Металлургиздат, 1960—1973. — 2108 с.
  • Металловеды / Составитель С. С. Черняк — Иркутск: Изд-во ИрГУ, 2000. — 532 с.
  • Павленко Н. И. История металлургии в России XVIII века. Заводы и заводовладельцы. М.: Издательство АН СССР, 1962. — 566 с.
  • Артоболевский И. И. Теория механизмов и машин: Учеб. для втузов. — 4-е изд., перераб. и доп. — М.: Наука, 1988. — 640 с.
  • Техника в её историческом развитии. В 2-х томах. — М.: Наука, 1979-1982.
  • Ушаков Е. В. Философия техники и технологии. — М.: Юрайт, 2017. — 307 с. — ISBN 978-5-534-04704-2.
  • Хорошев А. Н. Введение в управление проектированием механических систем: Учебное пособие. — Белгород, 1999. — 372 с. — ISBN 5-217-00016-3. (электронная версия 2011 г.)
  • Вейсбах. «Практическая механика» (в переводе Усова); Weisbach, «Lehrbuch der lugenieur und Maschinenmechanik, bearbeitet von Herrmann»; Collignon, «Traité de Mécanique»
  • Чебышёв. «О простейшей суставчатой системе» («Записки Императорской академии наук», приложение к LX тому) и многие другие статьи в «Записках Императорской академии наук»
  • Альбицкий. «Конические зубчатые колеса», «Цилиндрические зубчатые колеса», «Винтовое зацепление»
  • Gibert, M.G. The Meaning of Technology. Selected Readings from American Sources. — Universitat Politecnica de Catalunya. Iniciativa Digital Politecnica, 2004. — ISBN 9788498803136.
  • Э. М. Пройдаков // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • В.М.Быченков. Технологии социальные// Новая философская энциклопедия. Институт Философии Российской Академии Наук (2007—2010). Дата обращения 7 мая 2016.