Эстәлеккә күсергә

Кесерткән турғайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кесерткән турғайы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Troglodytes troglodytes
(Linnaeus, 1758)

Синонимдар
  • Olbiorchilus hiemalis
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 147806

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  178547
NCBI  36278
EOL  10963830

Кесерткән турғайы (рус. Крапи́вник[1] йәки подкоренник)[2], (лат. Troglodytes troglodytes) — кесерткән турғайҙары ғаиләһенә ҡараған берҙән-бер бәләкәй ҡош. Америкала, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала осрай. Ҡыҫҡа ҡойроғо күтәрелгән йомшаҡ мамыҡ шарға оҡшаған. Ҡош бик хәрәкәтсән, бейек ергә ултырып, ғәҙәттән тыш көслө тауыш менән, бик һоҡланғыс, тиҙ һыҙғырыуҙарҙан торған үҙенсәлекле, ҡабалан йыр башҡарып, ата заттар үҙҙәренең биләмәһен биләй.

Башҡортостандың, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Фәнни атамаһының тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1555 йылда немец натуралисы Конрад Геснер биш томлыҡ Historiae animalium китабында кесерткән турғайын тасуирлап, уға Passer troglodyte исемен бирә[3]. Зоологик әҙәбиәттә был турғай фәнни биологик системаларға нигеҙ һалыусы Карл Линней тарафынан 1758 йылда уның «Тәбиғәт системаһы» хеҙмәтенең унынсы баҫмаһында тәүге тапҡыр тасуирлана. Линней Конрадтың хеҙмәтенә һылтанма яһай, әммә ҡошҡа Motacilla troglodytes исемен биргән[4]. Фәнни атамаһы, Troglodytes troglodytes, боронғо грек τρωγλοδύτης һүҙенән килеп сыҡҡан. Ул һүҙмә-һүҙ «мәмерйәлә йәшәүсе» тигәнде аңлата[5]. Хәҙерге заманда троглодиттарҙы — мәмерйәлә йәшәгән тарихҡа тиклемге кешеләрҙе шулай тип йөрөтәләр. Был исем ҡошҡа үҙенсәлекле оя яһау ысулы — мәмерйәне хәтерләткән ҡалын стеналы шар формаһындағы ояһына ҡарап бирелгән, күрәһең. Боронғо гректар ҡоштоң үҙен τροχίλος (ҡайһы берҙә τροχῖλος йәки τροχεῖλος) тип атаған[6].

Турғайҙан байтаҡ бәләкәй. Ҡуйы үлән йәки ҡыуаҡ япраҡтары араһында пырхылдап осоп йөрөй. Һырты ҡара арҡыры һыҙыҡтар менән сыбарланған ерәнһыу ҡуңыр, кәүҙәһенең аҫ яғы көрән арҡыры һыҙыҡлы һарғылт һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.

Бик хәрәкәтсән, етеҙ. Һирәк осрай.

Тауышы яңғырауыҡлы: «серрр- серрр». Һайрауы сырылдауҙан һәм сутылдауҙан тора.

Кесерткән турғайы моңо

Аҫты йәш үҫентеле йәки бейек үләнле урмандарҙа йәшәй. Ерҙә йәки ҡыуаҡтар араһында оялай.

Ваҡ бөжәктәр менән туҡлана: сиңерткәләр, ҡаты ҡанатлы ҡуңыҙҙар, уларҙың ҡурсаҡтары, асалығойроҡтар, үрмәкселәр, ҡырҡаяҡтар, ҡусҡарҙар, тигеҙаяҡлылар. Көҙ көнө ылымыҡтар, көртмәле, мәрүәр емештәре менән дә туҡлана.

Инә ҡош алһыу һәм күкһел таптар менән сыбарланған 5 — 7 бөртөк алһыу аҡ йомортҡа һала, үҙе генә баҫа. Ата ҡош бер нисә инә ҡош менән йәшәй.

  1. Коблик Е. А., Редькин Я. А., Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — 256 с. ISBN 5-87317-263-3
  2. Крапивник, или подкоренник (Troglodytes troglodytes). Дата обращения: 13 сентябрь 2011. Архивировано 2 ноябрь 2012 года.
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; gesner төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; linnaeus төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; jobling төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  6. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Frisk төшөрмәләре өсөн текст юҡ

[1] [2] [3] }}

  1. Gesner C. Historiae animalium liber III qui est de auium natura. Adiecti sunt ab initio indices alphabetici decem super nominibus auium in totidem linguis diuersis: & ante illos enumeratio auium eo ordiné quo in hoc volumine continentur. — P. 625—627.
  2. Jobling J. A. The Helm Dictionary of Scientific Bird Names. — London: A&C Black Publishers Ltd, 2010. — P. 391. — 432 p. — ISBN 978-1-4081-2501-4.
  3. Linnaeus C. Systema naturae per regna tria naturae, secundum classes, ordines, genera, species, cum characteribus, differentiis, synonymis, locis. — Editio decima, reformata. — Stockholm: Holmiae. (Laurentii Salvii), 1758. — Vol. 1. — P. 188. — 824 p. (лат.)