Карл Линней

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Карл Линней
Carl Linné
Carl Linnaeus
Carl von Linné
Carl von Linné.jpg
Карл Линней портреты, Александра Рослина рәсеме (1775)
Тыуған:

23 май 1707(1707-05-23)

Тыуған урыны:

Росхульт, Смоланд, Швеция

Үлгән:

10 ғинуар 1778(1778-01-10)

Вафат урыны:

Уппсала, Швеция

Ил:

Шведская империя Шведская империя

Фәнни даирә:

медицина, тәбиғәт белеме

Эшләгән урыны:

Уппсал университеты

Альма-матер:

Уппсал университеты

Фәнни етәксеһе:

Улоф Рудбек (ҡустыһы)

Билдәле уҡыусылары:
Танылыу алған өлкәләр:

Тере организмдарҙың фәнни классификацияһына нигеҙ һалыусы

Наградалары һәм премиялары


Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙо кавалеры
Имзаһы

Подпись

Биологик систематика
Band 1x200px.png
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «L.» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Был таксондар исемлеге
IPNI сайтында Шәхси бите

зоологик таксондарҙы тасүирлаған тикшереүсе. Авторлығын күрһәтеү өсөн ҡыҫҡартылған билдә ҡуялар «Linnaeus».

Carolus Linnaeus на Викивидах
Страница на Викивидах

Карл Линне́й (швед. Carl Linnaeus, Carl Linné, лат. Carolus Linnaeus, 1761 йылда дворян титулын алғас — Carl von Linné; 23 май 1707, Росхульт — 10 ғинуар 1778, Уппсала) — швед тәбиғәтте өйрәнеүсеһе һәм табибы; хайуандар һәм үҫемлектәр доньяһының дөйөм квалификацияһын төҙөүсө; был системала бөтә биология фәнендәге тикшереүҙәр дөйөмләштерелә һәм тәртипкә һалына. Линнейҙың төп хеҙиәте — биологик төр төшөнсәһен билдәләү, биноминаль (бинар) номенклатура төшөнсәһен индереү һәм актив ҡулланыу, систематик (таксонометрик) категориялар араһындағы аныҡ бәйленеште билдәләү.[1]

Линней — иң билдәле тәбиғәтте орәнеүсе швед ғалимы. Швецияла уны шведтар өсөн үҙ илдерен асҡан өсөн, сәйәхәтсе булараҡ хөрмәт итәләр, швед провинцияларын өйрәнеп бер провинция икенсе провинцияға нисек ярҙам итә алғанын өйрәнә.[2] Шведтар өсөн уның флора һәм фауна тураһындағы хәҙмәттәре генә түгел, ә сәйәхәт тураһында көнделек итеп яҙылған яҙмалары кәҙерле. Был яҙмалар бай һәм аңлайышлы тел менән яҙылған, әеге көнге тиклем нәшер ителә һәм уҡыла.[3] Хәҙерге әҙәби швед теленең барлыҡҡа килеүен Линней менән бәйләйҙәр, Линней фән һәм мәҙәниәт әһеле.[2]

Швеция короллеге фәндәр академияһы ағзаһы (1739, академияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе), Париж фәндәр академияһы ағзаһы (1762) һәм башҡа фәндәр ойошиаһы һәм академиялар ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә]

Бала сағы[үҙгәртергә]

Карл Линней 1707 йылдың 23 майында көньяҡ Швецияла тыуа Смоланд провинцияһы Росхульт ауылында тыуа. Уның атаһы — Нильс Ингемарссон Линнеус (швед. Nicolaus (Nils) Ingemarsson Linnæus, 1674—1748), дини кеше, ығышы буйынса крәҫтиән[3]; әсәһе — Кристина Линней (Линнея), Бродерсонияла тыуған (швед. Christina Linnæa (Brodersonia), 1688—1733), ауыл руханиһы ҡыҙы.

Карл ғаиләлә беренсе бала булып доньяға килә (һуңыраҡ Ингемарссон һәм Кристинаның тағы дүрт балаһы — өс ҡыҙы һәм бер улы тыуа)[3].

1709 йылда ғаилә Росхульт янындағы Стенбрухульт ауылына күсеп килә. Там Нильс Линнеус йорт янында ҙур булмаған баҡса ултыртып, уны ҙур ихтирам менән тәрбиәләп ҡарай; баҡсала йәшелсә-емештәр, сәскәләр үҫтерә, уларҙың бараһынаң да исемен белә. Карл бала саҡтан уҡ үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһына, һигеҙ йәшендә ул тире яҡтағы бөтә үҫемлектәрҙең исемдере белә, баксала уның үҙенең түтәлдере ле була.[4]

1716—1727 йылдарҙа Линней Векшё: ҡалаһында башланғыс мәктәптә һәм гимназияла (1724—1727).уҡый. Стенбрухульта ауылы Векшё ҡалаһынан илле километр алыҫлыҡта булғанға Карл өйҙә каникул ваҡытында ғына була ала. Карлдың ата-әсәһе киләсәктә атаһы кеүек дини кеше пастор булыуын теләй, әммә Карл дини фәндәрҙән һәм боронғо телдерҙән бик насар уҡый. Уны тик ботаника һәм математика ҡыҙыҡһындары, ул йыш ҡына дәрескә бармайынса тәбиғәтте өйрәнергә сығып китә[5].

Линней уҡыған мәктәптә логика, медицинаны уҡытҡан доктор Юхан Стенссон Ротман (1684—1763) Нильс Линнеусты улын врачҡа уҡытырға ебәрергә тип кәңәш итә һәм Карл менән медицина, физиология, ботаника буйынсаайырым шөғөлләнә башлай Юхан Стенссон Ротман. Ата-әсәнең Карлдың яҙмышы менән борсолоуы юҡҡа булмай, ул ваҡытта Швецияла медиктар өсөн эш табыуы еңел булмай, ә дини рухани өсөн эш етерлек була.[3]

Лунд һәм Уппсалда уҡыу[үҙгәртергә]

Векшё ҡалаһына иң яҡын юғары уҡыу йорто булған ҡала Лунд була. 1727 йылда Линней имтихан тапшырып Лунд университетына уҡырға инә һәм тәбиғәт фәнен һәм медицинаны өйрәнә. Профессор Килиан Стобеус (1690—1742) лекциялары ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Линней профессорҙың өйөнә фатирға төшә[3]; Стобеус ярҙамында ул китаптан уҡыған һәм үҙе күҙәткән мәғлүмәтте тәртипке килтерә.

1728 йылдың августында Юхан Ротман кәңәше буйынса Линней Уппсал университетына күсә. Был университетта медицинаны өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр күберәк була.

Уппсал университетында Линней үҙенең йәштәше Петер Артеди  (1705—1735) менән таныша, уның менән ул ваҡыттағы тарихи классификацияны киренән ҡарау эшен башлай. Линней, башлыса үҫемлектәрҙе өйрәнеп классификациялай, ә Артеди балыҡ, ер-һыу хайуандары һәм сатырлы үҫемлектәрҙең классификацияһын төҙөй. Әйтеп үтергә кәрәк, ике университетта ла уҡытыу кимәле түбән була, күп ваҡыт студенттар үҙ-аллы шөғөлләнәләр.[5]

Линейҙың ҡулъяҙмаһы Praeludia sponsaliorum plantarum (декабрь 1729)

1729 йылда Линней ботаника менән шөғөләнгән теология профессоры Улоф Цельсий (1670—1756) менән таныша. Был танышыу Линней өсөн бик мөһим була, уға профессор өйөндәге китапхана менен эшләрге мөмкинлек асыла.

1730 йылда Линней Профессор Улоф Рудбек етәкселегендә университеттың ботаник баҡсаһында демонстратор булып эшләй башлай. Линней лекциялары ҙүр ихтирам яулай.

Тағы бер медицина профессоры Ларс Руберг менән дә яҡшы мөнсәбәттә булалар.

Лапланд экспедицияһы[үҙгәртергә]

1732 йылдың 12 майында Упсал короллегенең фәнни ойошмаһынан аҡса алып Лапландия һәм Финляндияға юллана. Сәйәхәт барышында ул үҫемлек, хайуандар һәм минералдарҙы ғына өйрәнмәй, ул урындағы халыҡтың йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен өйрәнә.[6] Уппсалға коллекция һәм яҙмалар менән көҙ көнө 10 октябрҙә әйләгнеп ҡайта. 1732 йылда уның экспедиция барышында йыйылған үҫемлектәрҙең каталогы йыйылған Florula Lapponica («Лапландия флораһы») тигән хеҙмәте нәшер ителә. Лопландия үҫемлектәр донъяһының тулы йыйынтығын биш йыл үткәс Голландияла ғына нәшер итә ала. Экспедиция көндәлеге беренсе тапҡыр 1811 йылда нәшер ителә; саамам (лопар) халҡы тураһында яҙмаларының этнографик әһәмиәте бөгөндә баһалып бөткөһөҙ, сөнки ул замандағы ерле халык тураһында башҡа яҙмалар юҡ.[7]

Фәндә ҡалдырған өлөшө[үҙгәртергә]

Nomina si nescis periit
et cognitio rerum.

Әйберҙең исемен белмәһәң,
уны төшөнөү мөмкинлеге һәләк булв.

Карл Линней[8]

Линней хәҙерге тере организмдарҙың биноминаль (бинар) номенклатураһына нигеҙ һала. Элекке формаль рәүештә бик күп һүҙ менән яҙылған тасүрлама урынаны Линней һәр төрҙө классификациялау өсөн өсөн фәнни ысул тәҡдим итә.

Линей тере организмдарҙы классификациялау өсөн фәнни классификация тәҡдим итә. Ул тәбиғәтте өс батшалыҡҡа бүлә: минералдар, үҫемлектәр һәм хайуандар. Дүрт ранг тәҡдим итә:класс, отряд, ырыу һәм төр.

Меңгә яҡын яңы үҫемлектең тасүрламаһын яҙып ҡалдыра (ул тасүрлаған үҫемлектәрҙен дөйөм һаны ун меңгә яҡын һәм бик күп хайуандар).[9][~ 1]

Ҡатмарлы япраҡтарHortus Cliffortianus (1737) китабында Линней төшөргән һүрәт

XVIII быуатта блтаника фәне үҫеше менән фенология фәне (тәбиғәтте, үҫемлек һәм хайуандар тормошондағы күренештәрҙе йыл миҙгелдәренең алышыныуына бәйләп өйрәнә торған фән) үҫеш ала. Швецияла Линней беренсе булып фенологик күҙәтеүҙәр башлай. Фенология буйынса Линнейҙың беренсе хеҙмәте Calendaria Florae 1756 йылда яҙыла, унда тәбиғәтәге үҙгәрештәр үҫемлектәр батшалығында күҙәтелә.

Топонимдар[үҙгәртергә]

  • 1836 йылда Мэн штатында төҙөлгән Линнеус ҡалаһы иң билделе ботаник исемен йөрөтә[10].
  • Миссури штатындағы Линнвилль ҡалаһы 1840 йылда Линней хөрмәтенә Линнеус ҡалаһы тип үҙгәртелә[11].

Башҡа объектар[үҙгәртергә]

  • Линнеус университеты (швед. Linnéuniversitetet) — Швецияның көньяғындағы 2010 йылда барлыҡҡа килгән Векше һәм Кальмаре университеты.
  • Линней — Айҙағы кратер.
  • (7412) Линней (1990 SL9) — 1990 йылдың 22 сентябендә Э. Эльст Ла-Сильела асҡан астероид.

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә]

Systema Naturae («Тәбиғәт системаһы») китабының титул бите
  • Systema naturæ sive regna tria naturæ systematice proposita per classes, ordines, genera, & species. Lugduni Batavorum [Leyden]: apud Theodorum Haak. 1735.
    Djvu-файл (2 Mb) в Материалах А. Шипунова[12]
  • Bibliotheca botanica recensens libros plus mille de plantis huc usque editos, secundum systema auctorum naturale in classes, ordines, genera & species dispositos, additis editionis loco, tempore, forma, lingua etc cum explicatione. Amstelodami [Amsterdam]: apud Salomonem Schouten, 1736a. [12] + 153 + 35 p.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. "БСЭ"
  2. 2,0 2,1 Андерссон, 1951
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Бруберг Г. Карл фон Линней = Gunnar Broberg. Carl Linnaeus / Пер. с швед. Н. Хассо. — Стокгольм: Шведский институт, 2006. — 44 с. — ISBN 91-520-0914-9ISBN 978-91-520-0914-7
  4. Скворцов, 2007
  5. 5,0 5,1 Life of Linnaeaus «Жизнь Линнея» на сайте Уппсальского университета (файл pdf)
  6. Бобров, 1970, «Лапландское путешествие и последние студенческие годы», с. 33—46
  7. Zorgdrager, 2008
  8. Цитируется по книге:
    Хржановский В. Г. Курс общей ботаники. Ч. 2. Систематика растений: Учебник для сельхозвузов. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Высш. школа, 1982. — С. 4.
  9. "БСЭ"
  10. G. J. Varney. History of Linneus, Maine // A Gazetteer of the State of Maine — Boston: B. B. Russell, 1886.
  11. Linn County Place Names, 1928-1945 (en). Manuscript Collection. The State Historical Society of Missouri. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 май 2012. 2 февраль 2012 тикшерелгән.
  12. Материалы А. Шипунова на Ботаническом сервере Московского университета.Yes check.svg 20
  1. Поскольку с точки зрения Международного кодекса ботанической номенклатуры научные названия растений, обнародованные до 1 мая 1753 года, не считаются действительно обнародованными, Карл Линней формально является автором значительного числа названий растений, которые фактически были известны и до него.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Урыҫ телендә
Башҡа телдәрҙә