Киев университетының зоология музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Киев университетының зоология музейы
Нигеҙләү датаһы 1834[1]
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Киев
Рәсми сайт biology.univ.kiev.ua/ua/…
Коллаж
Карта
 Киев университетының зоология музейы Викимилектә

Киев университетының зоология музейы (укр. Зоологічний музей Київського університету) — Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты ҡарамағындағы ғәмәлдәге музей. Университеттың ҡыҙыл корпусында урынашкан. Музей тарихы 1834 йылдан башлана. Музей фонды күләме буйынса музей Европала беренсе урында.[2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киев университетының зоология музейы 1834 йылда Кременцта Волынск лицейының зоология кабинеты коллекциялары нигеҙендә ойошторолған. Зоология кабинеты коллекцияларын, ошо эшкә 25 йыл ғүмерен биргән, ботаник Вилибальд тулыландырған. Антон Андржейовский Бессерҙың ярҙамсыһы була, ҙуңынан ул зоология кабинеты мөдире вазифаһын үҙ өҫөнә ала. Лицей 1830 йылға Польша восстаниеһы башланғандан һуң ябылған һәм Киевҡа Изге император Владимир университетына күсерелгән.[3][4].

1834 йылда университет ректоры Михаил Максимович инициативаһы буйынса фәлсәфә факультеты составына ингәс Зоология кабинеты ойошторола, һуңынанк 1850 йылдан 1919 йылға тиклем, кабинет физика-математика факультетында эшләй. Волынь лицейының ҡәмәлдәге фондтарына Вилен университеты һәм Вилен медицина-хирургия академияһы коллекцияһы өҫтәлә. 1835 йылда төрлө хайуандарҙың 28 мең экспонатынан тоған фондттың дөйөм күләме 28 мең тәшкил иткән[2][3][4].

Музей Киев Милли университетының ҡыҙыл корпусында урынлашҡан

1842 йылдан 1862 йылға тиклем кабинет менән Карл Кесслер етәкселек иткән. XIX быуаттың икенсе яртыһынан зоология кабинетында сағыштырмаса анатомик, эмбриологик һәм гидробиологик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. О. Паульсон етәкселегендә кабинетҡа ирекле инеп танашыу мөмкинлеге булған. 1870-се йылдарҙа күргәҙмә коллекцияларе каталогы, ә һуңыраҡ фәнни коллекциялар каталогы төҙөлә. Был вакытта кабинет коллекцияһы Фәндәр академияһының, шәхси иғәнәләр иҫәбенә һәм уҡыу йорто аҡсаһына һатып алыу нәтижәһендә артҡан. 1884 йылда зоология кабинеты фондында 44 меңгә яҡын предмет булған.[4]

Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғанғас кабинет 1915 йылда Һарытауға эвакуациялана, һәм унда ике йыл була. Зоология кабинеты 1919 йылда эшен тулыһынса яңыртып башлап ебәрҙе. Кабинет фондын тулыландырыуҙа Сергей Кушакевичтың роле ҙур була.

Совет власы урынашыу менән университет Юғары халыҡ мәғарифы институтына үҙгәртелә, ә зоология кабинеты 1919 йылдан айырым бүлексә булараҡ эшләй. Аҡса етмәү сәбәпле кабинет хеҙмәткәрҙәренең бер өлөшө кабинетан эштән китә һәм Украина фәндәр академияһына эшкә күсә. 1933 йылда университет статусын бирелгәс, кабинет музейға үҙгәртелә һәм биология факультетына тапшырыла. Владимир Артоболевский был ваҡытта музей директоры булған. 1936 йылдан 1940 йылға тиклем энтомолог Лев Шелюжко музей фондына Палеарктида күбәләктәренең 350 мең өлгөһөнән торған[2][3] шәхси коллекцияһын тапшыра.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта музей фондында 2,5 миллион экспонат һаҡланған, шул иҫәптән 500 мең тәңкә ҡанатлы күбәләктәр коллекцияһы. Һуғыш башланыр алдынан музей эвакуациялармаған, Киевты немецтар баҫып алғандан һуң, Украинаның 1942 йылдың 7 декабрендәге рейхскомисары бойороғо нигеҙендә ул Украина рейхскомы ҡарамағындағы яңа Архивтар, китапханалар һәм музейҙарҙы берләштергән Край идараҙына ингән. 1943 йылда музейҙың коллекцияһын Германияға оҙатыу башлана, айырым алғанда, күбәләктәр коллекцияһы Кёнигсбергҡа ебәрелә.

1943 йылдың көҙөндә Киев өсөн һуғыш барышында университеттың ҡыҙыл корпусы янғындан зыян күрә, һәм музейҙың барлыҡ фонды яна. Һуғыш тәмамланғандан һуң, Михаил Воинственский һәм Вадим Совинский тырышлығы менән, Кёнигсбергҡа сығарылған күбәләктәр коллекцияһы кире кайтарыла һәм аның нигеҙендә зоологик музей яңынан торғоҙола.[3]

Музейҙы һуғыштан һуң торғоҙоу эше өсөн директор Владимир Артоболевский яуаплы булған. Музей коллекцияһының юҡҡа сығған бер өлөшө Бухаресттан румын энтомологик коллекцияларын тапшырыу иҫәбенә ҡапланған. 1970-се йылдар башына музей фондында 5,5 мең төр һаҡлау экспонаты булған. Артоболевский үлгәндән һуң, музей университет структураһында үҙаллы структара була.

1970-се йылдар уртаһынан алып 2009 йылға тиклем музей биология факультетының уҡытыу бүлексәһе булған. 2001 йылда директор Жанна Розор инициативаһы һәм ректор Виктор Скопенко ярҙамы менән университеттың ҡыҙыл корпусының һул яғының өсөнсө ҡатындағы барлыҡ биналар ҙа музей өсөн бирелгән. 2003 йылдың 16 октябрендә ҡоштар коллекцияларын яңа залға күсерү эше башланды. 2012 йылға торошло музей фондында 700 мең берәмлек экспонат һаҡлана.[3]

Музей коллекцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл корпустан музейға инеү

Музейҙың дөйөм майҙаны 1280 м² тәшкил итә, шул иҫәптән 761 м² — экспозиция залы һәм 389 м² - һаҡлау майҙаны. Экспозиция зоологик систематика принцибы буйынса төҙөлгән. Экспозицияла рәссамдар Геннадий Гликман һәм «Пингвины» диорамаһы бар (рәссам - В. Гончаренко, таксидермист - М. Головушкин)[2].

2012 йылға торошло музей составына түбәндәге бүлектәр инә:

  • териологика (7,8 мең һаҡлау берәмеге)
  • орнитология (18 мең ҡаҡлау берәмеге)
  • герпето-батрахо-ихтиология (5 мең һаҡлау берәмеге)
  • умыртҡаһыҙ хайуандар бүлеге (668 мең һаҡлау берәмеге)
  • экспозиция бүлеге

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://museums.univ.kiev.ua/zoology.php
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Зиков О. Є. Зоологічний музей Київського університету (укр.). Енциклопедія Сучасної України. Дата обращения: 28 ноябрь 2020.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Шидловський Ігор. Історія музейної справи та зоологічних музеїв університетів України (укр.) / за ред. Й. В. Царика. — Львів: ЛНУ ім. Івана Франка, 2012. — С. 44—51. — 112 с. — ISBN 78-966-613-752-7.
  4. 4,0 4,1 4,2 Морозов В. В., Дворкін І. В. Музейництво в Київському університеті (1834–1915 рр.) (укр.) // Актуальні проблеми історії України. — 2008. — № 37.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Біляшівський М. М. Зоологічний музей Київського національного університету ім. Т. Шевченка як явище культури України // Університетські музеї: європейський досвід та українська практика: Зб. пр. міжнар. наук.-практ. конф. (6-7 жовт. 2011 р., м. Київ) / упор. Л. В. Казанцева. — Ніжин: Вид-во НДУ імені Миколи Гоголя, 2012. — с. 39-52.
  • Музеи высших учебных заведений СССР: аннотированный справочник, 1975