Кирәл (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кирәл
Характеристики
Оҙонлоғо14 км
Киңлеге10 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһеКирәл 
Абсолют бейеклеге1162 м
Урынлашыуы
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 

Кирәл - Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы эргәһендәге тау[1].

Кирәл тауы Белорет районындағы Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта ята.

Абсолют бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 1162 метр, оҙонлоғо — 4 км, киңлеге — 1—2 км. Тауҙың төньяҡ битләүе текә. Рельефы төньяҡ‑көнсығышындағы Оло Кирәл һәм көньяҡтағы Бәләкәй Кирәл армыттары йәки ике түбәһе менән айырыла.

Составы урта рифейҙың егәҙе свитаһы кварциттарынан тора. Ландшафы шыршы, аҡ шыршы урмандарынан, кәкре ҡайынлыҡтарҙан һәм тау болондарынан ғибәрәт[2].

Кирәл тауы Магнитогорск ҡалаһынан Белоретҡа килгән юлда урынлашҡан. Кирәл тышҡы күренеше менән башлыҡты хәтерләтә, конус формаһында. Уның түбәһенә туристар сәйәхәт ойоштора[3][4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]