Кошеверова Надежда Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кошеверова Надежда Николаевна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 10 (23) сентябрь 1902
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 февраль 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[2] (86 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Комарово ҡасабаһы зыяраты[d]
Хәләл ефете Николай Павлович Акимов[d] һәм Москвин Андрей Николаевич
Һөнәр төрө кинорежиссёр, сценарий яҙыусы
Ойошма ағзаһы СССР Кинематографистар союзы[d]
Жанр фильм-әкиәт[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре медаль «В память 250-летия Ленинграда» Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Кошеверова Надежда Николаевна (1902—1989) — совет кинорежиссёры-әкиәтсеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Надежда Николаевна Кошеверова 1902 йылдың 10 (23) сентябрендә Санкт-Петербургта тыуған. Атаһы — Николай Кошеверов, 1-се гильдия сауҙагәрҙәре — Сергиев урамында үҙ йортона эйә була.

1923 йылда Петроград театры «Вольная комедия» янындағы актёрлыҡ мәктәбен тамамлай һәм 1928 йылға тиклем Ленинград театрҙарында (шул иҫәптән Н. П. Акимовтың Ленинград сатира театрында) артист булып эшләй. Эксцентрик актёр Фабрикаһы кинооҫтаханаһында (ФЭКС) (1925—1928) уҡый.

1929 йылдан башлап Кошеверова Надежда "Ленфильм"да эшләй, унда карьераһын Максим тураһында картиналарҙа — «Юность Максима» (1934), «Возвращение Максима» (1937), «Выборгская сторона» (1938) режиссёр ассистенты булып башлай.

Беренсе (һаҡланмаған) «Однажды осенью» фильмын 1937 йылда төшөрә, ә тәүге уңыштар уға 1939 йылда Ю. А Музыкант менән бергә төшөргән лирик комедия «Аринка» экрандарға сыҡҡандан һуң килә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем йәш режиссёр «Галя» фильмын — фин һуғышы тураһында күрһәтергә тыйылған фильмды төшөрә.

Надежда Кошеверова үҙенең төп ижади йүнәлеше булып киткән әкиәт жанрына беренсе тапҡыр 1944 йылда мөрәжәғәт итә. Режиссер М. Г. Шапиро менән берлектә Чайковскийҙың шул уҡ исемле операһы буйынса төшөрөлгән «Черевички» фильм-операһы был жанрҙа дебют була.

1947 йылда «Золушка» фильмы байтаҡ уңыш яулай (сценарийы Е. Л. Шварц, биҙәүсеһе Н. П. Акимов), дөрөҫ һайлап алынған артистар составы тамашасыларҙың һәм тәнҡитселәрҙең һөйөүен яулай, Ватан кино тарихына инә. Комедиограф булараҡ эшен дауам итеп («Шофёр поневоле», «Осторожно, бабушка!»), Кошеверова үҙенең яратҡан балалар өсөн тылсымлы әкиәт жанрына тоғролоҡ һаҡларға тырыша. Өс фильм-әкиәтендә уның яратҡан актёрҙарының береһе — Олег Даль төшә.

1987 йылда төшөрөлгән «Сказка про влюблённого маляра» картинаһы уның һуңғы режиссёрлыҡ эше була.

Кошеверова Надежда Николаевна 1989 йылдың 22 февралендә Мәскәүҙә вафат була. Санкт-Петербургҡа яҡын Комарово ҡасабаһындағы зыяратта ерләнгән.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе ире — совет театры режиссёры, рәссам, педагог Н. П. Акимов.

Акимов менән бергә «Золушка» (1947, Н. П. Акимов — рәссам) һәм «Тени» (1953, Н. П. Акимов — режиссёр, фильм — Ленсовет исемендәге Ленинград Театры спектакленең телеверсияһы) фильмдары өҫтөндә эшләй.

Икенсе ире — совет оператор-ҡуйыусыһы А. Н. Москвин.

Улы — Николай Москвин (1935—1995).

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәфис фильмдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1939 — Аринка
  • 1940 — Галя (урта метражлы)
  • 1944 — Черевички (М. Г. Шапиро менән бергә)
  • 1947 — Золушка (М. Г. Шапиро менән бергә)
  • 1953 — Весна в Москве ( И. Е. Хейфиц менән бергә)
  • 1953 — Тени (Н. П. Акимов менән бергә)
  • 1954 — Укротительница тигров ( А. В. Ивановский менән бергә)
  • 1956 — Медовый месяц
  • 1958 — Шофёр поневоле
  • 1960 — Осторожно, бабушка!
  • 1963 — Каин XVIII ( М. Г. Шапиро менән бергә)
  • 1966 — Сегодня — новый аттракцион
  • 1968 — Старая, старая сказка
  • 1971 — Тень
  • 1974 — Царевич Проша
  • 1977 — Как Иванушка-дурачок за чудом ходил
  • 1979 — Соловей
  • 1982 — Ослиная шкура
  • 1984 — И вот пришёл Бумбо…
  • 1987 — Сказка про влюблённого маляра

Сценарийҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Боровков В. Надежда Кошеверова // 20 режиссёрских биографий. М., 1978

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #85969436 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Naděžda Koševerova // ČSFD (чеш.) — 2001.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]