Круглова Зинаида Михайловна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Круглова Зинаида Михайловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 26 октябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1995
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт аэрокосмос приборҙары эшләү дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Круглова Зинаида Михайловна (26 октябрь 1923 йыл — 1995 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм партия органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1975 йылдарҙа СССР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары. 1944 йылдан КПСС, 1976—1989 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты, 1966—1976 йылдарҙа КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Могилев өлкәһенән СССР Юғары Советы депутаты (1974—1989).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зинаида Михайловна Круглова 1923 йылдың 26 октябрендә Петроград ҡалаһында тыуған. Урыҫ.

1942—1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1951 йылда Ленинград авиация приборҙары эшләү институтын (хәҙер — ГУАП) тамамлай.

1951—1954 йылдарҙа — уҡытыусы эшендә була.

1954 йылдан — Ленинградта партия эшендә була, атап әйткәндә, КПСС-тың ҡалалағы Мәскәү район комитеты секретары һәм КПСС-тың Ленинград ҡалаһы Фрунзе район комитетының беренсе секретары (1960—1963).

1963 −1968 йылдарҙа — КПСС-тың Ленинград ҡала комитеты секретары.

1966—1976 йылдарҙа КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы була.

1968—1974 йылдарҙа — КПСС-тың Ленинград өлкә комитеты секретары.

1974—1975 йылдарҙа — СССР мәҙәниәт министры урынбаҫары.

1975—1987 йылдарҙа — СССР-ҙың сит илдәр менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәттәре Союзы президиумы рәйесе.

1976—1989 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.

1987 йылдан хаҡлы ялда.

1995 йылда вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]