Куросава, Акира

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Акира Куросава
黒澤明
Фото
Акира Куросава 1950 йылдарҙа кино төшөргәндә
Тыуған ваҡыты:

23 март 1910(1910-03-23)

Тыуған урыны:

Ота, Токио, Япония империяһы

Вафат ваҡыты:

6 сентябрь 1998(1998-09-06)

Вафат урыны:

Сэтагая, Токио, Япония

Гражданлығы:

Япония Япония

Һөнәре:

кинорежиссёр, сценарист, продюсер

Карьера:

1943—1993

Наградалары:

«Сит телдә иң яҡшы фильм өсөн Оскар»
(1952 г. — «Расёмон»; 1975 г. — «Дерсу Узала»),
«Алтын Пальма ботағы» (1980 й. — «Тень воина»); Орден Дружбы народов башҡа бик күп наградалар һәм премиялар

IMDb:

ID 0000041

Акира Куросава(япон. 黒澤 明Куросава Акира?, 23 март 1910, Токио — 6 сентябрь 1998, Токио) — Японияла ижад итеүсе кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер. Кино тарихында иң йоғонтоло кинорежиссёр булып иҫәпләнә. Куросава 57 ижади ғүмерендә 30 фильм төшөрә.

Биография һәм фильмдары[үҙгәртергә]

Бала сағы[үҙгәртергә]

Исам һәм Сима Куросава ғаиләһендә Акира Куросава һигеҙенсе кинйә бала була. Бала саҡта уҡ үҙенең сәнғәт менән мауығыуын аңлай. В раннем детстве он обнаружил склонность к занятию искусством. Вершиной его достижений в этой области была написанная им картина 1928 йылда «Ника-тэн» күргәҙмәһендә күрһәтелгән «Сэйбуцу» рәсеме ҡаҙаныштарының юғары нөктәһе була. Колледжға уҡырға керә алмайса, 20 йәштән уҙғас, PCL «Photo Chemical Laboratories» исемле билдәле ярон фирмаһында режиссёр Кадзиро Ямамото ярҙамсыһы булып эшләй башлай.

Ете йыл ассистент булып эшләгәс, фильм төшөрөүҙә ҡатнашырға мөмкинлек ала. «Гений дзюдо» (япон. 姿三四郎Сугата Сансиро:?, 1943) картинаһы өсөн сценарийҙы үҙе яҙа. Фильм XIX быуатта илдә дзюдо үҫеше тураһында була.

Һүңырыҡ тиҫтәләгән фильмдар төшөрә.

Куросава 1998 йылдың 6 сентябрендә Токионың Сэтагая районында 88 йәшендә инсульттан вафат була. Уның яҡын дуҫы Коидзуми төшөргән «Ямғырҙан һуң» (япон. 雨あがるАмэ агару?) фильмына сценарий уның һуңғы эше була.

Танылыуы[үҙгәртергә]

Akira Kurosawa.jpg

Акира Куросава үҙенең фильмдары кеүек донъяла танылыу яулай.

Көнсығыш һәм Көнбайыш традицияларын яҡынайтыу уның төп ҡаҙанышы булып тора. Ул үҙенән һуң быға тиклем булмаған киноматографик мираҫ ҡалдыра. 1994 йылда Киото премияһына лайыҡ була. 1991 йылдың 12 мартында СССР Президенты Указы нигеҙендә "СССР һәм Япония араһындағы мәҙәни бәйләнешкә кереткән өлөшө өсөн" "Халыҡтар Дуҫлығы ордены " менән наградлана.