Эстәлеккә күсергә

Кутья

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бойҙайҙан кутья

Кутья́ (сочиво, укр. кутя́, бел. куцця́, куця́, болг. кутя́, Ҡалып:Lang-chu)[1][2][3][4] — славяндарҙың (бигерәк тә көнсығыш, көньяҡ славяндарҙың) бөтөн бойҙайҙан, дөгөнән, һирәк осраҡта арпанан йәки башҡа ярманан өҫтөнә мәк һибеп йәки йөҙөм, сәтләүек, һөт, варенье, бал, шәкәр һалып бешерелгән, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу табынына ҡуйыла торған ризыҡ [5]. Шулай уҡ, православтарҙың Бөйөк посында ла был блюдоны бешереү киң таралған[6].

Кутья — грек теленән үҙләштерелгән дөйөм славян һүҙе, византия телендәге һүҙҙән яһалған. грек. κουκκί(ον), мн. ср.-грек. κουκκιά «бобы», которое является производным от ср.-грек. κόκκος «зерно»[2].

Көнсығыш славяндарҙа һәм поляктарҙа кутьяны мотлаҡ Раштыуа байрамы ваҡытында әҙерләйҙәр. Полесьела байрам үҙе үк Кутья йәки ярлы кутья (Раштыуа алдынан), бай кутья (суҡыныу диин байрамы алдынан) тип атала, ә рустарҙа кутейник тип Раштыуа сочельнигын әйтәләр[7].

Көнсығыш славяндарҙа ерләү һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу табынында иң беренсе кутья (коливо, канун), унан ҡоймаҡ, баллы кеҫәл, ҡурылған йомортҡа һәм бутҡа бирәләр. Белорустар Дмитриев шәмбеһе төнөнән һуң, тәҙрәнән таҫтамал эләләр һәм тәҙрә төбәнә мәрхүмдәр өсөн кутья, ҡоймаҡ ҡуялар[8]. Раштыуа кутьяһы менән күрәҙәсәлек итеү ҙә билдәле. Кутья әҙерләү традицияһының тамырҙары мәжүсилек осорона, был блюдо ата-бабалар ризығы булып һаналған ваҡытҡа барып тоташа. Көнсығыш славяндарының ышаныуы буйынса, мәрхүмдәр тере кешеләр кеүек төрлө ихтыяжға, бигерәк тә ризыҡ ихтыяжына эйә, тип яҙған этнограф Дмитрий Константинович Зеленин. '[9].

  • Коливо — христиандарҙың мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу блюдоһы
  • Сыть (блюдо)
  • Сочиво
  • Макитра һәм макогон
  • Узвар