Белорус теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Белорус теле
Үҙатама: беларуская мова, biełaruskaja mova
Илдәр: Беларусь, Польша һәм тағы 14 ил
Рәсми статусы: Беларусь, Польша (4 гминала "ярҙамсы тел" булып һанала)
Телде белеүселәрҙең дөйөм һаны: 9 миллион самаһы
Классификация (?)
Категория: Евразия телдәре
Һинд-Европа ғаиләһе
Көнсығыш-славян тармағы
Яҙма: кирил әлифбаһы, латин әлифбаһы, 15-се быуатта ғәрәп әлифбаһы
Тел кодтары (?)
ISO 639-1: be
ISO 639-2: bel
ISO 639-3: bel
Беларус диалекттары

Белорус теле (бел. беларуская мова, Łacinka яҙыуында biełaruskaja mova) — славян төркөмөнә ҡараған тел, Беларусь Республикаһында урыҫ теле менән бер рәттән дәүләт теле. Белорус теле, урыҫ һәм украин телдәре кеүек, славян төркөмөнөң көнсығыш төркөмсәһенә ҡарай.

Беларустән тыш, белорус теле Польшала, Литвала, Рәсәйҙә, АҠШ-та һәм башҡа беларус диаспоралы илдәрҙә киң ҡулланыла. Беларус телендә тыуған теле рәүешендә һөйләшеүселәр һаны (стандарт әҙәби телен, диалекттарҙы, трасянканы ҡулланыусыларын иҫәпкә алғанда) — 8-9 миллион тирәһе кеше.

1999 йылғы халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса, Беларустә йәшәгән 8 159 миллион самаһы беларустан 85,6% (йәғни 7 миллион самаһы кеше) өсөн белорус теле — тыуған тел. 41,3% кеше белорус телен өйҙә ҡуллана, тип күрһәткән. Шул уҡ мәғлүмәттәр буйынса, Беларустә 395,7 мең самаһы поляк йәшәй, уларҙан 67,1% беларус телен тыуған теле тип һанай, ә 57,4% өйҙә белорусса һөйләшә тип яҙған.