Күҙ (мәғәнәләр)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күҙ
 Күҙ Викимилектә

Күҙ (мәғәнәләр)

Күҙ һүҙенең ошондай мәғәнәләре бар:

  • Күҙ - (лат. oculus) — кешенең һәм хайуандарҙың сенсор (күреү системаһы) ағзаһы.
  • Күҙ - ҡарау, күҙәтеү өсөн эшләнгән тишек
  • Күҙ -муйынсаҡтың, мәрйендең, энәнең еп үткәрә торған тишеге
  • Күҙ - бәйләм бәйләгәндәге энә менән тартп сығарылған элмәк
  • Күҙ - бәрәңге нең шытым урыны
  • Күҙ - ҡар бөртөгө, ямғыр тамсыһы
  • Күҙ - тәҙрәнең быяла өлгөһө

Күсмә мәғәнәлә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Күҙ алдынан китмәү - онотолмау
  • Күҙ асҡыһыҙ - бик көслө буран, дауыл, төтөн
  • Күҙ асып йомғансы - бик шәп тиҙлек менән
  • Күҙ бағыу - өмөт тотоу
  • Күҙ буяу - тыштан яҡшы күрһәтеү
  • Күҙ бәйләнеү - ҡараңғы төшөү
  • Күҙ бәйләү, быуыу - арбау, гипноз
  • Күҙ ағын әйләндереп - яман асыуланып ҡарау
  • Күҙҙе ала алмау - һоҡланыу
  • Күҙҙе астырмау - оялтып, тынғы бирмәү
  • Күҙҙе ҡан баҫыу - донъяһын онотоп нимәгел ашҡыныу
  • Күҙҙең яуын алыу - матурлыҡ менән сиктән тыш һоҡландырыу
  • Күҙҙән тайыу - юҡҡа сығыу, юғалыу
  • Күҙен дә йоммай - оялмай, тартынмай
  • Күҙ йомоу - етешһеҙлекте күрмәмеш булыу
  • Күҙ ҡорто - ымһындырғыс берәй нәмә
  • Күҙ маңлайға менеү - аптырау
  • Күҙ нурым - иркәләү һүҙе
  • Күҙ өйрәнеү - оҙаҡ ваҡыттан нимәгәлер иғтибар итмәй башлау, күнегеү
  • Күҙ тоҙҙай булыу - аптырау
  • Күҙ төшөү - нимәнелер күреп ҡалыу; кемделер оҡшатыу, яратыу
  • Күҙһабыны - еҫле һабын
  • Ас күҙ - ҡомһоҙ
  • Осло күҙ - тейешһеҙҙе күреп барған, осҡор
  • Ут күҙе - яҡтылыҡ, ут

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 560-562-се биттәр