Кәбеҫтә күбәләге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кәбеҫтә күбәләге
Инә кәбеҫә күбәләге
Инә кәбеҫтә күбәләге
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Pieris brassicae Linnaeus, 1758

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   778274
NCBI   7116

Ҡалып:Мәғәнәләре

Кәбеҫтә күбәләге — күбәләктәр отрядының аҡ күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Биологик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Ҡанаттарының ҡоласы 5,5—6,0 см, өҫ яғы аҡ, алғы ҡанаттарының осонда ураҡ рәүешендәге ҡара ҡайма бар, аҫ яғы йәшкелт һары төҫтә. Инә күбәләктең алғы ҡанаты 2 йомро ҡара таплы (ата күбәләктең аҫ яҡтан ғына). Йомортҡалары һары, ҡырлы, кегля формаһында, әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙеңяпрағынаһала. Ҡарышлауығының оҙонлоғо 4—4,5 см, һорғолт йәшел, һары һыҙатлы һәм ҡара таплы, йәш ҡарышлауыҡтар — япраҡтың аҫ яғында, өлкәндәре өҫ яғында урынлаша.

Таралышы[үҙгәртергә]

Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Ағаста, ҡыуаҡта, кәртәлә, йорт стенаһында көпһөҙ ҡурсаҡлана. Ҡурсағының оҙонлоғо 2,3—2,5 см, йәшкелт һары, арҡаһы һәм ян‑яғы ҡара таплы.

Башҡортостанда[үҙгәртергә]

БР шарттарында йылына 3 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләк яҙ көнө сыға, көндөҙ әүҙем; сәскәле үҫемлектәрҙеңнектары, ҡарышлауығы әүернә һымаҡтарҙың япрағы менән туҡлана. Бөтә республикала осрай.

Зыяны[үҙгәртергә]

Йәшелсә культуралары ҡоротҡосо.

Иҫкәпмәләр[үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]